МЕҢ ИКЕ ЙӨҘ ТУҠҺАН ИКЕНСЕ ТАНКЫҒА ҠАРШЫ ИСТРЕБИТЕЛЬ АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКЫ, 1943 й. июлендә Көньяҡ Урал хәрби округы командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. 17‑се запас уҡсылар бригадаһы базаһында Салауат Юлаев ис. 1292‑се Башҡ. танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы булараҡ ойошторола. Июль—нояб. Коломна ҡ. янында урынлаша. Составына 3 дивизион һәм махсус подразделениелар ингән. Июлдән полк Мәскәү хәрби округы, дек. — 1‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарының 60‑сы, 1944 й. июленән — 1‑се гвардия танк армияһы, 1945 й. ғин. — 1‑се Украина фронтының 52‑се армияһы составында була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Житомир-Бердичев (1943—44), Ровно-Луцк, Проскуров-Черновцы, Львов-Сандомир (бөтәһе лә — 1944), Сандомир-Силезия, Түб. Силезия, Үрге Силезия, Моравия-Острава, Висла-Одер һәм Прага (бөтәһе лә — 1945) операцияларында ҡатнаша. 1946 й. таратыла. Полктың 573 яугиры орден һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә. Полк ком.: майор Кривенцов (1943 й. алып), гвардия подполк. И.Е.Локша (1944 й. алып), подполк. Г.М.Шиманский (1945).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. История создания и боевой путь 1292-го Башкирского истребительно- противотанкового артиллерийского полка имени Салавата Юлаева. Уфа, 2004.

 М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке