МАТЕМАТИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы дифференциаль һәм интеграль иҫәпләмәләр ысулдары м‑н тикшереүгә арналған бүлеге. Функция, сығарылма, интеграл, һан рәттәре, функциональ эҙмә‑эҙлелектәр һ.б. төшөнсәләр м‑н эш итә. Дифференциаль тигеҙләмәләрҙе, интеграль тигеҙләмәләрҙе, ысын үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһын, комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһын, функциональ анализды, уның ҡушымталарын һ.б. үҙ эсенә ала. Башҡортостанда комплекслы анализ б‑са тикшеренеүҙәр 1971 й. А.Ф.Леонтьев етәкс. СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә башланып, Математика институтында (Ә.М.Ғайсин, И.Ф.Красичков‑Терновский, А.С.Кривошеев, В.В.Напалков һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында (Б.Н.Хәбибуллин, Р.С.Юлмөхәмәтов) дауам ителә һәм үҫтерелә. Функциялар теорияһы б‑са тикшеренеүҙәр — Матем. ин‑тында (Напалков һ.б.), дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһы б‑са – БДУ‑ла (Х.Х.Мортазин, Й.Т.Солтанаев, Й.Й.Фазуллин, А.М.Әхтәмов) алып барыла. 

Х.Х.Мортазин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке