МОҠАС 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Моҡас а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Сибай т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 246 кеше; 1920 — 197; 1939 — 132; 1959 — 145; 1989 —166; 2002 — 122; 2010 — 114 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 1815 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Этҡол а. (хәҙ. 2‑се Этҡол а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Моҡас Райманов утары (1795 й. алып билдәле) урынында нигеҙ һала. 1866 й. 36 йортта 184 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында 2‑се Моҡас ауылы бүленеп сыҡҡас, хәҙ. исемен ала. Б.Һ.Йәнекәев, З.И.Йәнекәев ошо ауылда тыуған. 

 Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.