МАТВЕЕВ Юрий Геннадиевич (19.4. 1956, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑металлург. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Силәбе политехник ин‑тын тамамлаған (1979). 1989 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1995 й. башлап һыҙма геом. һәм һыҙыу, 2001—15 йй. нефть‑газ промыслаһы ҡорамалдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2004—14 йй. – фәнни һәм инновация эштәре б‑са проректор. Фәнни хеҙмәттәре быраулау проблемаларын хәл итеүгә арналған. М. ҡатнашлығында нефть һәм газ сығарыу ҡорамалдарының ышаныслы булыуын һәм файҙаланыу ваҡытын арттырыу өлк. тикшеренеүҙәр үткәрелә, шарошкалы бырауҙар, тәрәндән алған һәм скважина насос ҡулайламалары уйлап табыла. Асыштары “Башнефть” АНК пр‑тиеларында индерелгән. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2000).

Х е ҙ м.: Скважинные насосные установки для добычи нефти. Уфа, 2003 (авторҙ.); Технологические процессы и технические средства для глубинно-насосной эксплуатации нефтяных скважин. Пермь, 2012 (авторҙ.).

 В.К.Загорский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке