МАСТОБАЕВ Борис Николаевич (13.6.1950, Вильнюс), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып нефтте һәм газды ташыу һәм һаҡлау каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге магистраль нефть үткәргестәрен асфальтлы‑ыҫмалалы һәм парафинлы ултырмаларҙан таҙартыуға, диңгеҙҙә нефть, газ сығарыу сараларын һәм технологияларын үҫтереүгә һ.б. арналған. М. тарафынан үткәргес торбаларҙағы һәм нефть һаҡлағыстарҙағы һ.б. ултырмалар м‑н көрәшеү өсөн химик реагенттар һәм саралар уйлап табылған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2007, 2011).

Х е ҙ м.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций. М., 2003 (авторҙ.); Основы технической диагностики трубопроводных систем нефти и газа. СПб., 2009 (авторҙ.). 

Г.Е.Коробков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.