АНДЫҘ (Inula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: британ А., йәки һарыҡ күҙе, бейек А., йәки дарыу А., герман А., йәки ҡуян күҙе, шөпшә бото, ҡытыршы А., шыраулы А. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы төҙ, тармаҡлы йәки ябай, бейеклеге 60—200 см. Япрағы ябай, оҙонса‑эллиптик формала, осло, шыма ситле йәки ваҡ киртләсле, сиратлы, аҫтағыһы — һабаҡлы, өҫтәгеһе — һырылыусан йәки ултырма. Сәскәһе һары. Сәскәлеге — ҡалҡансыҡҡа йыйылған ярымшар кәрзинкә. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — өлпөлө оҙонса орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Болонда, аҡланда, һирәгерәк урманда, герман А., шыраулы А. ш. уҡ далала, бейек А. яр буйында үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы, декоратив үҫемлек. Бейек А. — дарыу үҫемлеге, уның тамырһабағында һәм тамырында әсе гликозидтар, инулин, сапониндар, эфир майҙары бар.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018