МАССА АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, күп фазалы матдәләрҙе масса алмаштырыу йәки диффузия юлы м‑н айырым компоненттарға йә фракцияларға айырыу, уларҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн аппараттар. Тәғәйенләнеше б‑са — ректификация, экстракция, абсорбция, адсорбция, ион алмаштырыу һ.б.; фаза‑ара йөҙҙөң барлыҡҡа килеү принцибы б‑са фазаның контакт йөҙө теркәлгән аппараттар (стеналары һуғарылып торған плёнка колонналы аппараттар, яҫы‑параллель насадкалы колонналар һ.б.), контакт йөҙө ағымдарҙың хәрәкәте ваҡытында барлыҡҡа килгән аппараттар (тәрилкә һымаҡ, насадкалы, инжекторлы); энергияны тыштан алған (механик болғатҡысы булған, пульсациялы колонналар һ.б.) М.а.а. айыралар. М.а.а. башлыса үҙ‑ара тәьҫир итешкән фазаларҙың йөҙөн барлыҡҡа килтергән махсус контакт ҡоролмалары ҡуйылған колонна тибындағы вертикаль аппараттарҙан ғибәрәт. Ярҙамсы ҡорамалдар (йылытҡыстар, ҡайнатҡыстар, һыуытҡыстар, конденсаторҙар һ.б.) м‑н дөйөм технологик системаға берләштерелә. Нефть‑газ эшкәртеү, химия, фармакол., аҙыҡ‑түлек, ағас эшкәртеү һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары пр‑тиеларында ҡулланыла. 20 б. 50‑се йй. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында, Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда, ӨДНТУ‑ла һ.б. масса алмаштырыу процестарын тикшереү, нефтте ректификациялау һәм абсорбциялау (К.Ф.Богатых, В.Н.Деменков, Р.Н. Илембәтова, А.А.Кондратьев, М.Л.Креймер, Б.К.Марушкин, И.А.Мнушкин, Г.М. Сидоров, Ғ.Ғ.Теләшев), адсорбциялау (Н.А.Самойлов), экстракция (Ғ.К.Йыһаншин, М.З.Максименко) һ.б. өсөн М.а.а. төҙөү һәм камиллаштырыу, етештереүсәнлекте арттырыу, тоноҡ нефть продукттарын һайлап алыуҙы арттырыу һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән эштәр алып барыла. 60‑сы йй. уртаһынан респ. ғалимдары тарафынан үҙгәртеп ҡоролған һәм яңынан төҙөлгән атмосфера һәм вакуумлы ректификация колонналары, экстракторҙар БР‑ҙың нефть эшкәртеү з‑дтарында, РФ, БДБ илдәре һәм сит илдәр (Болгария, Вьетнам, Куба, Төркиә, Һиндостан, Югославия) з‑дтарында индерелгән. 60‑сы йй. алып М.а.а. респ. “Нефтехиммаш” (Күмертау ҡ.), “Салаватнефтемаш”, “Уралтехнострой- Туймазыхиммаш” пр‑тиеларында, 1991 й. — “ИМПА” ғилми‑производство фирмаһында, 2001 й. – “IMPA engineering” (Өфө) пр‑тиеһында, “БАСЭТ” (Туймазы ҡ.), “ВЭНТА” (Өфө), “Петон” (Өфө, Салауат ҡҡ.) ҒПБ‑ларында һ.б. сығаралар. 

Н.А.Самойлов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке