МАРХАСИН Илья Львович (27.4. 1919, Киев — 21.4.1988, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979), нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан ун‑тын тамамлаған (Баҡы, 1943). 1952 й. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй, 1968 й. — ӨНИ‑лә физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ҡатламы физикаһына арналған. М. тарафынан нефть һәм нефть продукттарының физик‑химик механикаһы, нефть ҡатламдарына һыу ебәргәндә ҡулланылған химик реагенттарҙы фильтрлау ваҡытындағы процестар тикшерелгән, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу, сәнәғәттәге ағынты һыуҙы таҙартыу ысулдары эшләнгән. М. етәкс. ҡаты йөҙ өҫтөндәге нефттең сик ҡатламын өйрәнеү аппараттары, нефтле ағынты һыуҙы, сәнәғәттәге ағынты һыуҙы электр‑флотация юлы м‑н таҙартыу ҡоролмалары төҙөлгән. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1971).

Х е ҙ м.: Физико-химическая механика нефтяного пласта. М., 1977.

С.М.Миңлебаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.