МАРХАСИН Виктор Ильич (24.5. 1944, Баҡы – 28.11.1987, Өфө), тау инженеры, геофизик. Техник ф. д‑ры (1987). И.Л.Мархасиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1967). 1971—87 йй. ӨНИ‑лә эшләй (1987 й. алып газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм эксплуатациялау каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә арналған. М. ҡатнашлығында Озёрки нефть ятҡылығын үҙләштереп бөтөү технологияһының схемаһы эшләнгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке