МАРУШКИН Борис Константинович (28.4.1921, Пенза губ. Трубетчина а. – 15.8.1994, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1971). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1945). 1948—94 йй. ӨДНТУ‑ла эшләй: нефть һәм газ технологияһы, 1954—63 йй. химия технологияһы процестары һәм аппараттары каф. мөдире, 1980—84 йй. технология ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге масса алмаштырыу процестарын тикшереү һәм масса алмаштырыу аппараттарын уйлап табыуға арналған. М. ҡатнашлығында нефть продукттарын айырыу һәм таҙартыу процестарының моделдәрен әҙерләү, ректификация колонналарын реконструкциялау б‑са эштәр башҡарылған. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең НЭЗ‑дарында индерелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 72 уйлап табыу авторы.

 Н.А.Самойлов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.