МАРТЫНОВ Виталий Владимирович (22.7.1959, Мари АССР‑ы Красногорский ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Мари политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ эшләй. 1988 й. алып ӨДАТУ‑ла (2003 й. башлап иҡт. информатика каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1995—2014 йй. Башҡ‑н төбәк яңы мәғлүмәт технологиялар үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге мәғлүмәт технологияларына, операцияларҙы ҡулайлы урынлаштырыу мәсьәләләренә ҡарата тикшереү ысулдарына арналған. Мәғлүмәт интернет‑системаларын проектлау һәм уларҙы программалар м‑н тәьмин итеү ысулдарын уйлап таба. Ҡатмарлы геом. формалағы яҫы объекттарҙы ирекле урынлашыу өлкәләрендә рациональ урынлаштырыу ысулдары, матем. моделдәр, алгоритмдар һәм программалар тәҡдим итә, улар БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Модели и методы расчёта раскроя- упаковки геометрических объектов. Уфа, 1998, (авторҙ.). 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.