МАРКУШЕВ Михаил Вячеславович (1.10.1959, Өфө), инженер‑механик. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ эргәһендәге “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында эшләй. 1990 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. башлап сектор мөдире, 2007 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре материалдарҙы өйрәнеү ғилеменә, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүгә арналған. М. тарафынан төҫлө металдар һәм иретмәләрҙең конструкция ныҡлығының структура аспекттары өйрәнелә, сәнәғәттә ҡулланылған магний, алюмин иретмәләренән күләмле һәм табаҡлы үтә ваҡ бөртөклө, наноструктур ярым фабрикаттар, юғары ресурслы изделиелар алыуҙың деформациялаусы технологиялары эшләнә. Асыштары БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең машиналар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1987).

Х е ҙ м.: О принципах деформационных методов измельчения зёрен алюминиевых сплавов до ультрамелких размеров: в 2 ч. // Физика металлов и металловедение. 2009. Т.108. №1, 2; Микроструктура и свойства алюминиевого сплава Д16, подвергнутого криогенной прокатке //Деформация и разрушение материалов. 2010. №4 (авторҙ.). 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке