МАРИЙ ЭЛ Р е с п у б л и к а һ ы, М а р и р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында Волга й. басс. урта өлөшөндә урынлашҡан. Киров өлк., Татарстан һәм Сыуашстан, Түб. Новгород өлк. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы – Йошкар‑Ола. Юғары вазифалы кешеһе – республика башлығы. 1920 й. РСФСР‑ҙың Мари авт. өлкәһе булараҡ ойошторола, 1936 й. алып Мари АССР‑ы, 1992 й. — М.Э. Республикаһы. Составына 14 район, 4 ҡала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны – 23,4 мең км2. Халҡы — 698,2 мең кеше, ш. иҫ. 317 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,4 кеше/км2. Халыҡтың 63,1%‑ы ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мариҙар — 43,9, урыҫтар — 47,4, татарҙар — 5,8. Дәүләт телдәре – мари теле, урыҫ теле. 1917 й. Бөрө ҡ. мари халҡының 1‑се Бөтә Рәсәй съезы була, унда делегаттар (улар араһында — Өфө губернаһынан 130 кеше) сәйәси, соц.‑иҡт., мәҙәни үҫеш, мәғариф һәм дин мәсьәләләрен ҡарай. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да договорҙар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте м‑н М.Э. Республикаһы (1998), респ. Мишкә һәм Морко (1998), Ҡалтасы һәм Сернур (2000), Балтас һәм Волга (2004) райондары хакимиәттәре араһында төҙөлә. 1999 й. алып БР‑ҙа М.Э. вәкиллеге эшләй. 2009 й. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың делегацияһы М.Э. Республикаһы Дәүләт йыйылышы Президиумының киңәйтелгән ултырышында ҡатнаша, унда ике республиканың закондар сығарыу органдары араһында хеҙмәттәшлек т‑да Килешеүгә ҡул ҡуйыла; “Марий Эл Республикаһында башҡорттар ҡоролтайы” ижт. ойошмалар ағзалары һәм көнсығыш мариҙарҙың “Ош Виче” яҡташтар берекмәһе м‑н осраша. 2011 й. “Чолман” гәз. 20 йыллығы айҡанлы “Мер Канаш” Рәсәй Бөтә мари советы президиумының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәрелә. БР м‑н М.Э. сауҙа әйләнеше 2007 й. 354,9 млн һум тәшкил итә. БР пр‑тиелары М.Э. “Биомашприбор” һәм “Волжскпродмаш” ААЙ‑лары, “Марихолодмаш” һыуытҡыс ҡорамалдар пр‑тиеһы, “ICN Марбиофарм” АЙ һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. М.Э. “Башҡорттар ҡоролтайы” ижт. ойошмаһы эшләй (2004 й. алып), БР көндәре үткәрелә (2005 й. алып). 2005 й. М.Э. Республикаһының Һынлы сәнғәт музейында БР рәссамдары (Г.Ғ.Калитов һ.б.) ҡатнашлығында 2‑се “Көнсығыш мариҙар төбәге” күргәҙмәһе үтә. М.Э. ижт. ойошмалары БР‑ҙың “Эрвел Марий” төбәк мари милли‑мәҙәни автономияһы м‑н хеҙмәттәшлек итә. 2007 й. мариҙарҙың 1‑се Бөтә Рәсәй съезының 90 йыллығы айҡанлы Бөрө ҡ. Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы үтә. “Чолман йук” эстрада йыры конкурстары үткәрелә. 1999 й. Өфөлә һәм Нефтекама ҡ. М.Шкетан ис. Мари милли театры көндәре, 2000 й. “Урал” халыҡ сәнғәте республика галереяһында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) мари рәссамдары В.Мари (батик, графика), С.Шамаева (һынлы сәнғәт) һ.б. күргәҙмәләре була.

Әҙәб.: Г а р а н и н Л.А., К а з и м о в А.С. Марий Эл на рубеже веков. Йошкар-Ола, 2006; Башкортостан и Марий Эл: исторический опыт и перспективы сотрудничества: в 2 т. Бирск; Йошкар-Ола, 2007.

 П.И.Бикмурзин, Н.Н.Гаврилов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке