АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, Андромеда йондоҙлоғондағы ҙур спираль галактика (NGC 224; M31). Диам. — яҡынса 200 мең яҡтылыҡ йылы. Ҡош юлына иң яҡын тышҡы галактика, Ерҙән 2 млн. яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. БР терр‑яһында Андромеданан саҡ ҡына юғарыраҡ тоноҡ томанлы тап булып йыл әйләнәһенә күренә. Көҙгө айһыҙ төндәрҙә, галактика офоҡ өҫтөнән иң ҙур бейеклеккә (77°) күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Текст на русском языке