МАЛИНЕЦКИЙ Георгий Геннадьевич (3.2.1956, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1991), проф. (1999). МДУ‑ны тамамлаған (1979). 1982 й. алып РФА‑ның Ғәмәли математика ин‑тында (Мәскәү) эшләй: 2000 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2010 й. — бүлек мөдире; бер үк ваҡытта 1992 й. алып Мәскәү физика‑техника ин‑тында, 2002—15 йй. РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад., 2005 й. — Н.Э.Бауман ис. Мәскәү техник ун‑тында уҡыта, 2009—15 йй. МДУ‑ла баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре һыҙыҡлы булмаған процестарҙың математик моделдәрен әҙерләүгә, ҡатмарлы системаларҙың тәртибен прогнозлауға, хәүефле күренештәрҙе һәм процестарҙы мониторингылауҙың милли системаларын булдырыуға арналған. М. тарафынан һыҙыҡһыҙ мөхиттәрҙә диффузиялы хаос теорияһы, тәбиғи һәм техноген һәләкәттәргә, соц. тотороҡһоҙлоҡҡа идара итеү теорияһы моделдәре, тарихи процестарҙың моделдәрен яһау программаһы эшләнә. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй нанотехнологиялар йәмғиәтенең вице‑президенты (2009 й. алып), РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары эргәһендәге Хәрби‑сәнәғәт комплексы проблемалары б‑са ижтимағи совет ағзаһы (2012 й. алып). Ленин комсомолы пр. (1985), РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. (2002) лауреаты.

Х е ҙ м.: Синергетика и прогнозы будущего. 3-е изд. М., 2003 (авторҙ.).

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.