МАЛИКОВ Рәмил Фәрүҡ улы (20.1.1951, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй, 1974 й. алып БДПУ‑ла 2003 й. — Проф. белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары ин‑тының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге дир., 2006—15 йй. Мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге һыҙыҡлы булмаған оптика, системалы анализ һәм реаль процестарҙың, объекттарҙың матем. моделдәрен әҙерләү өлк. тикшеренеүҙәргә арналған. М. тарафынан мәктәп белеме, дистанцион һәм проф. белем биреүҙең мәғлүмәт технологиялары эшләнә; үтә юғары флуоресценция һәм индукциялы үтә юғары нурланыштың ярымклассик теорияһы үҫтерелә; активлаштырылған кристалдарҙа түбән т‑раларҙа лазер нурланышын генерациялау һәм көсәйтеү күренеше, фотонлы яңғырауыҡ күренешендә оптик хәтерләүҙе булдырыу шарттары һ.б. асыҡлана. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Математическое моделирование кооперативных когерентных эффектов в стереоскопии. Уфа, 2005; Основы математического моделирования. М., 2010.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.