МАКАРОВ Алексей Дмитриевич (24.12.1919, Петроград губ. Илемное а. — 4.9.1982, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1947) ш. уҡ эшләй: 1958 й. тиклем металдарҙы ҡырҡып эшкәртеү, 1965—82 йй. — металл ҡырҡыу һәм ҡырҡҡыс инструменттар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1972—82 йй. — фәнни эштәр б‑са проректор, 1975 й. – ҡыҙҙырыуға сыҙамлы һәм айырыуса ныҡ конструкция материалдарын ҡырҡыу процестарын оптималләштереү б‑са ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре металл ҡырҡыу процестарын оптималләштереүгә арналған. М. етәкс. ҡырҡыуҙың оптималь т‑ра даимилығы законы асыла, ҡырҡыуҙың оптималь режимдарын билдәләүҙең тиҙләтелгән ысулы табыла. М. тарафынан металл ҡырҡыу станогының электр күсергесен автоматик рәүештә көйләү системаһы тәҡдим ителә. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең машина һәм станоктар эшләү пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Износ и стойкость режущих инструментов. М., 1966; Оптимизация процессов резания. М., 1976. 

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке