МАКАРЕНКО Илона Анатольевна (8.2.1968, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1992) ш. уҡ уҡыта: 2005 й. алып Хоҡуҡ ин‑тының криминалистика каф. мөдире, 2009 й. — директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре бәлиғ булмаған балалар араһында енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Тактика допроса несовершеннолетнего обвиняемого. Уфа, 2001; Личность несовершеннолетнего обвиняемого как объект криминалистического исследования. М., 2006. 

 Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке