АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна (30.3.1943, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1970 й. алып — ӨДАТУ‑ла, 1998 й. — БДАУ‑ҙа (2005—10 йй. а.х. электр энергияһы м‑н тәьмин итеү һәм ҡулланыу каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге технологик процестарҙы һәм етештереүҙәрҙе автоматлаштырыу өсөн төрлө тәғәйенләнешле динамик системаларҙы, мәғлүмәти үлсәү системаларының һәм үлсәү-иҫәпләү комплекстарының аныҡлығын күтәреү ысулдарын өйрәнеүгә бәйле. А. динамик объекттарҙы идентификациялау, тикшереү һәм диагностикалау ысулдарын һәм алгоритмдарын; мәғлүмәти үлсәү системаларының метрологик яҡтан әҙер булыуын һәм үҙ-үҙен аттестациялауын тәьмин итә торған үҙгәрмәүсән һәм ваҡыт үтеү м‑н үҙгәреп тороусы инеү сигналдары өсөн аналог-цифрлы үҙгәртеүҙәрҙең яңылышлыҡтарын төҙәтеү алымдарын уйлап таба. Уйлап табыуҙары РФ пр‑тиеларында индерелгән. 160‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 46 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Индуктивные и магнитомодуляционные преобразователи для передачи информации с вращающихся объектов. М., 1979 (авторҙ.); Идентификация коэффициентов передаточных функций динамических объектов. Уфа, 1997 (авторҙ.).

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке