МАЗУНОВ Виктор Александрович (4.5.1942, Омск өлк. Исилкүл стан‑ цияһы ҡсб — 4.3.2011, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1966 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй: 1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — Физика һәм матем. бүлеге лаб. мөдире, 1994 й. — Мо‑ лекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑ты дир. урынбаҫары, 1996 й.  дир., 2007 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1994—2005 йй. шун‑ да уҡ лаб. мөдире, 1995—2006 йй. БР ФА‑ның Физика‑матем. фәндә‑ ре бүлеге акад.‑секретары, 1998— 2002 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге химик физика, түбән т‑ралы плазма физикаһы, молекуляр спектроскопия процестарын тикшереүгә һәм физик эксперимент үткәреү тех‑ никаһына арналған. М. ҡатнашлығында органик һәм элементорганик берләшмәләрҙең молекулаларын тикшереү ысулы — кире иондарҙың массспектрометрияһы уйлап табыла. М. тарафынан Юз‑Рожанский тиҙлектәре селекторы, өҫтө ионлаштырылған масс‑спектрометр, ыңғай һәм кире иондарҙы бер юлы теркәгән масс‑спектрометр һәм кире ион‑ дарҙың өс үлсәмле масс‑спектрҙарын алыу ҡулайламаһы төҙөлә; энергия‑ ның резонанслы пиктарын хәл итеү ысулы һәм изомерҙарҙы айырыу алымдары тәҡдим ителә; молекула‑ лар тарафынан электрондарҙың диссоциация йотолоуы ваҡытында төр‑ көмләү процестары, 70‑тән ашыу оҙон ғүмерле кире ион төрҙәре асыла. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Физические основы масс‑спектро‑ метрии (методы ионизации). Уфа, 1985 (авторҙ.); Масс‑спектрометрия резонансного захвата электронов: метод и ретроспективный обзор. Уфа, 1987 (авторҙ.). 

Р.А.Дорошенко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.