МАГНИТОФОН (магнит һәм гр. phōnē † — тауыш), тауышты магнит ярҙамында яҙып (ғәҙәттә, таҫмаға), яңынан ишеттерә торған ҡоролма. Таҫма тартыу механизмынан, электр сигналдарын көсәйткестәрҙән, магнитлы эшләпәләрҙән, юғары йышлыҡ генераторынан, яҙыу кимәле күрһәткесенән, электр энергияһы биреү һәм электр‑акустик ҡоролмаларҙан тора. М. төп техник параметрҙары: ҡулланылған йышлыҡ диапазоны (Гц), сигнал/шау‑шыу нисбәте (дБ), тотолған ҡеүәт (Вт), сервис функциялары йыйылмаһы Профессиональ һәм көнкүреш, моно‑ һәм стереофоник, катушкалы һәм кассеталы һ.б. төрҙәрен айыралар. М. тауыш яҙыу студияларында, уҡыу үҙәктәрендә, транспортта, көнкүрештә һ.б. файҙаланалар. Таҫманы автоматик рәүештә күсергесе, яҙыу параметрҙары микропроцессор м‑н идара ителгән көйләү системалары, автореверсы, дистанцион идара пульты һ.б. булған хәҙ. заман М. тауышты яҙыу цифрлы технологияларға нигеҙләнгән. 1984 й. ӨПЭПБ‑ла көнкүреш, монофоник, бер кассеталы, күсереп йөрөтмәле, универсаль ток м‑н тәьмин ителгән, 3‑сө төркөм ҡатмарлыҡтағы “Ағиҙел‑301” М. сериялы етештереү үҙләштерелгән. М. фонограммаларҙы яҙа (эскә индереп эшләнгән һәм тышта торған микрофондан, радиоалғыстан һәм телевизорҙан, радио трансляциялау линияһынан, тауыш алғыстан), яңынан ишеттерә, яҙыу кимәлен автоматик рәүештә көйләй һәм таҫма бөткәс туҡтата, яҙылғанды юя, таҫманы ваҡытлыса туҡтата, түб. һәм юғары йышлыҡтар б‑са тембрҙы көйләй, яңынан ишеттереү режимында шау‑шыуҙы кәметә ала. М. йышлыҡ диапазоны киң, шау‑шыуҙы баҫыуҙың өҙөлмәле системаһы, яңынан ишеттереү ваҡытында таҫманы ҡайтанан тағатып урау мөмкинлеге булған. 1988 й. ӨПЭПБ эргәһендәге тәжрибә КБ‑нда бер кассеталы, күсереп йөрөтмәле, яҙыу кимәле автоматик рәүештә көйләнгән һәм яҡтылыҡ диоды ярҙамында күрһәтелгән “Ағиҙел‑302” көнкүреш М. уйлап табылған (С.А.Лавров етәкс.) һәм сериялы етештереү (1998 й. тиклем) үҙләштерелгән. Алдағы моделдән айырмалы габарит үлсәмдәре, ауырлығы бәләкәй булған һәм стереофоник ҡушылма рәүешендә файҙаланыла алған.

А.Д.Учителев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.