МАГИСТРАЛЬ ГАЗ ТОРБАЛАРЫ, янар газдарҙы ҙур араға (сығарыу йәки етештереү урынынан ҡулланыу урынына тиклем) ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән инженер‑техник ҡоролмалар. Ер аҫтында (траншеяла), ерҙә (тупраҡ аҫтында) һәм ер өҫтөндә (терәүҙәрҙә) һалынған М.г.т. айыралар. Эш баҫымы б‑са М.г.т. 1‑се (2,5—10 МПа) һәм 2‑се (1,2— 2,5 МПа) кластарға бүленә. М.г.т. йәки уларҙың тармаҡтарының остағы пункттарында газ бүлеү станциялары урынлашҡан, уларҙа газдың баҫымы ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү өсөн кәрәк булған кимәлгә тиклем кәметелә; газ артабан газ бүлеү селтәрҙәренә ебәрелә. М.г.т. составына баштағы ҡоролмалар (газға ҡырҡыу еҫле матдәләр өҫтәү, киптереү, таҙартыу, иҫәп ҡулайламалары), линия өлөшө (бикләү ҡорамалдары булған үткәргес торбалар), компрессор станциялары, газ бүлеү станциялары, газ һаҡлағыстар, үткәргес торбаларҙы һәм ҡоролмаларҙы электр ярҙамында коррозиянан һаҡлау системалары, технологик элемтә һәм электр энергияһын тапшырыу линиялары инә. М.г.т. тышҡы диам. 1420 мм етә; башлыса ҡорос торбалар ҡулланыла, түбән баҫымлы линияларҙа пластмасса, быяла һәм металл пластикаһынан яһалған торбалар файҙаланыла. Башҡортостанда 1953 й. – Т у й м а з ы—Ө ф ө—Ч е р н и к о в с к , 1958 й. – Шкапов—Бәләбәй—Түбәнкүл һәм Шкапов—Ишембай–Магнитогорск (Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. тармаҡтары булған), 1966 й. Кәртәле— Магнитогорск—Стәрлетамаҡ М.г.т. (Бохара—Урал М.г.т. тармағы) төҙөлә, уның б‑са Башҡортостанға Урта Азиянан 80‑се йй. уртаһына тиклем газ килә. БР‑ҙа М.г.т. дөйөм оҙонлоғо 4,7 мең км ашыу (2009). Республика терр‑яһы аша ҙур М.г.т. үтә: Силәбе—Петровск, Уренгой— Түб. Тура—Петровск, Уренгой— Яңы Псков, Ямбург—Волга буйы һ.б. Башҡортостан терр‑яһындағы М.г.т. “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ хеҙмәтләндерә. Әҙәб.: Б о р о д а в к и н П.П., Б е р е з и н В.Л. Сооружение магистральных трубопроводов. 2-е изд., перераб. и доп. М., 1987. 

 Р.А.Жданов, Ю.И.Спектор

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке