ӨШКӘТЛЕ, йырын, геол. тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ауырғазы р‑ны Ситдиҡ‑Мулла а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. үҙәнендә урынлашҡан. Пермдең көңгөр ярусы, өфө ярусы ултырмаларынан һәм ҡаҙылдыҡ үҫемлек (Qlyptostrobus europeus Heer, Castanea Kubinyii Kov һ.б.) эҙҙәре булған неогендың ворошилов свитаһы һоро күмерҙәренән тора. Йырын киҫелеше неогендың терриген ултырма тоҡомдары м‑н тамамлана, улар тәүге тапҡыр өшкәтле свитаһының стратотибы булараҡ айырып күрһәтелә. Ө. битләүҙәрендә имән урманы үҫә. Беренсе тапҡыр Г.В.Вахрушев тарафынан өйрәнелгән (1940).

Ә.З.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Текст на русском языке 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.