ӨФӨНӨ ӨЙРӘНЕҮ, тыуған яҡты өйрәнеү ғилеменең Өфө тарихын һәм үҫеш динамикаһын өйрәнгән бүлеге. Өфө тарихы б‑са тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедициялар материалдарында баҫыла. 19 б. башында В.А.Ребелинский (ҡара: Ребелинскийҙар), И.К.Кирилов, П.И.Рычков, В.Н.Татищев һ.б. хеҙмәттәренә таянып, тәүге тапҡыр ҡала тарихын яҙа; В.С.Юматов тәүгеләрҙән булып ҡаланың нигеҙ һалыныу ваҡытын дәлилләй, “Оренбургские губернские ведомости” гәз. Өфөнөң тарихы т‑да мәҡәләләр баҫтыра. 19 б. Ө.ө. үҫешенә Өфө губ. тыуған яҡты өйрәнеү музейы (ҡара: Милли музей) асылыуы, шулай уҡ Н.А.Гурвич, Р.Г.Игнатьев һ.б. эшмәкәрлеге булышлыҡ итә. 20 б. башында ғилми йәмғиәттәр барлыҡҡа килә; Н.Н.Барсов, В.А.Ефремов, П.Ф.Ищериков, О.В.Миронова, В.И.Филоненко һ.б. ғалимдар Ө.ө. үҫешенә үҙ өлөшөн индерә; А.А.Зирах Өфө һәм уның тирә-яғының фотоһүрәттәр коллекцияһын төҙөй. 70‑се йй. алып Өфө эсенә ингән торама пункттарҙың, заводтарҙың тарихы, уларҙың хужаларының [Г.Ф.Гудков, З.И.Гудкова (ҡара: Гудковтар), В.Г.Прокшин, Ю.А.Узиков] биографияһы, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының, эвакогоспиталдәренең (А.А.Кулагина, В.А.Скачилов һ.б.), Өфө посадтарының, урамдарының үҫеш тарихы өйрәнелә, ш. уҡ төрлө осорҙа ҡала күренештәре төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе һәм открыткаларҙы йыйыу (В.С. Горбунов, З.Ш. Латипов, В.А.Лузин) һ.б., 90‑сы йй. сәнәғәт пр‑тиеларының, мәғариф учреждениеларының һ.б. (В.Н.Буравцов, Ю.В.Ергин, Ҡ.К.Кәримов, В.Н. Макарова, И.В. Ниғмәтуллина, С.Г.Синенко, Ф.Д.Әхмәрова һ.б.) тарихы тикшерелә. Ҡалаға, Өфө ҡәлғәһенә (ҡара: Өфө кремле) нигеҙ һалыу, Өфө терр‑яһында археологик ҡомартҡылар тарихына Р.Ғ.Буканова, И.М.Гвоздикова, Н.А.Мәжитов, М.Ф.Обыдённов һ.б. хеҙмәттәре арналған. Театр сәнғәтенең үҫеше, Ф.И.Шаляпиндың Өфөлә булыуы т‑да һ.б. мәғлүмәттәр Г.А.Бельская, Һ.С.Сәйетов һ.б. хеҙмәттәрендә бирелгән. БР‑ҙың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Әхмәрова Ф. исемендәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Педагогия университетында 2006 й. алып “Өфөнө өйрәнеү” үҙәге (етәксеһе Г.Т.Обыдённова) эшләй. ТТӘИ хеҙм‑рҙәре тарафынан “Өфө тарихы: ҡыҫҡаса очерк” (“История Уфы: краткий очерк”; 1981) йыйынтығы әҙерләнә; 2003 й. башлап тыуған яҡты өйрәнеү б‑са “Яҙмыштарҙы бәйләүсе еп” (“Судеб связующая нить”) альманахы сыға, Ө.ө. эше һөҙөмтәләре “Уфимские ведомости”, “Вечерняя Уфа” гәз., “Уфа” ж. һ.б. баҫыла.

Әҙәб.: У з и к о в Ю.А., Н а й м у ш и н А.И. Как зовут тебя, улица? Уфа, 1980; М а р у ш и н В.А., Ш а г а б у т д и н о в Ф.Х. Уфа знакомая и незнакомая. Уфа, 1998; С и н е н к о С.Г. Уфа старая и новая. Уфа, 2007.

К.И.Әғлиуллина

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Текст на русском языке