“ӨФӨ” ҡ о ш с о л о ҡ ф а б р и к а һ ы, ЯСЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Өфө р‑ны Дми‑ триевка а. урынлашҡан. “Ө.” составына төп етештереүҙең бройлерҙар үҫтереү, инкубация (икеһе лә 1971 й. асылған), ҡош һуйыу (1972) цехтары; автотранспорт (1970), мал аҙығы, етештереү ҡалдыҡтарын утилләштереү (икеһе лә — 1973), йомортҡа онтағын киптереү (1985), ҡош ите ярым фабрикаттарын эшкәртеү (1996) б‑са ярҙамсыл цехтар инә. 2013 й. 505 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 261 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 219 га. Бройлерҙар һаны 1,2 млн, именлеге — 97%; ит етештереү 16,4 мең т тәшкил итә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1971 й. йомортҡа етештереү б‑са махсуслашҡан хужалыҡ булараҡ асыла, 1989 й. алып “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2004 й. хәҙ. статусын ала. 2006—12 йй. ҡошсолоҡ ф‑каһында үҫтереүҙең иҙән һәм ситлек тибын ҡулланып бройлер себеше ите, 2006—08 йй. бүҙәнә ите һәм йомортҡаһы сығарыла. Әҙер про‑ дукцияны етештергәндә “Хәләл” стандарттарын һәм HACCP сифат менеджмент системаһын ҡулланыу мөһим үҙенсәлек булып тора; органик ашламаларҙың 4 төрөн етештерә. “Ө.” продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш (Мәскәү; 2007, 2012), алтын (Мәскәү, 2011) миҙалдары, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” (“100 лучших товаров России”) конкурсы лауреа‑ ты (2007, 2008, 2012), дипломдар м‑н билдәләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.