ӨФӨ ЯЙЛАҺЫ, Башҡортостандың Урал алды төньяғында, БР һәм Свердловск өлк. терр‑яларында Өфө й. урта ағымы буйлап урынлашҡан; бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300—500 м. Рельефы ҡалҡыу, денудация‑эрозиялы, битләүҙәре текә төшкән йырындар һәм сағылдар м‑н телгеләнгән; көнсығыш битләүе текә, Йүрүҙән‑Әй тигеҙлеге яғына киҫкен өҙөлә, көнбайышы — һөҙәк, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге м‑н тоташа. Карст һәм денудация үҫешкән. Тектоник яҡтан Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә урынлашҡан. Аҫҡы пермь эзбизташтары һәм доломиттарының антиклиналь ҡалҡыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән, йылғалар араһында кайнозойҙың ҡомло‑ҡырсынташлы, балсыҡлы ултырмалары ҡатламы һаҡланған. Ө.я. балсыҡ (Әмир), төҙөлөш ташы (Павловка, Ҡыҙыл шишмә), эзбизташ (Байҡы, Угрюмовский) һ.б. ятҡылыҡтар асылған. Ө.я. Өфө, Йүрүҙән, Әй йй. текә ярлы тар һәм тәрән үҙәндәре м‑н йырғыланған, терр‑яла Павловка һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Ландшафы киң япраҡлы төрҙәр м‑н ҡатнаш шыршы һәм аҡ шыршы урмандарынан тора, икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары таралған. Терр‑яның 60—75%‑ын урман ҡаплаған. Көнбайышта кәҫле көлһыу тупраҡ, көнсығышта ҡараһыу һоро урман һәм кәҫле‑карбонатлы тупраҡтар таралған. А.х. ерҙәре яйланың үҙәк өлөшөн биләй. Ө.я. Асҡын заказнигы, Первомайск заказнигы ойошторолған. Красный Ключ сығанағы, Сабаҡай ҡаяһындағы мәмерйәләр, Яманйылға һәм Саруа йй. — тәбиғәт ҡомартҡылары.

И.М.Япаров

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.