ӨФӨ ТӘЖРИБӘ‑ПРОИЗВОДСТВО ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Башҡортостандың көньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн селекция, үҫемлекселек, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Иген, ҡуҙаҡлы иген культуралары, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона һәм ҡара‑сыбар тоҡомло йәш һыйыр малын үрсетеүгә махсуслаша. 1956 й. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәжрибә ст. (1937 й. асылған) һәм Башҡ‑н малсылыҡ тәжрибә ст. (1932 й. асылған) базаһында БНИИСХ‑ның Өфө тәж. хужалығы булараҡ ойошторола, 1998 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Чернолес ауылы. 2013 й. 35 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 1921 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1100 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 11,3, бесәнгә әҙерләнгән күп йыллыҡ үләндәр — 9,0; һыйыр малы һаны — 340 (ш. иҫ. 150 һыйыр); етештереү (т): һөт — 7575,5, ит — 42; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5050 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 700 г; респ. хужалыҡтарына 57 баш йәш һыйыр малы һатылған. Өфө тәжрибә‑производство хужалығында көньяҡ урман‑дала зонаһы өсөн тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу һәм күтәреүҙең төп ысулдары, иген һәм мал аҙығы культураларын үҫтереүҙең ресурс һаҡлаған технологиялары эшләнә һәм тәҡдим ителә. СССР ВДНХ‑ның (Мәскәү, 1964—91), “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең (Мәскәү, 2003, 2005—07) алтын һәм көмөш миҙалдары, дипломдары м‑н бүләкләнгән. Тәжрибә‑производство хужалығы м‑н Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, Э.М. Кузеев, И.Ғ.Мостафин, С.С.Умов, Ф.Б.Шакиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке