ӨФӨ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорт һынау, Башҡортостандың төньяҡ урмандала зонаһы, төньяҡ-көнсығыш урмандала зонаһы һәм көньяҡ урман-дала зонаһы шарттарында эшкәртеү, асыҡ һәм һаҡлау грунттарындағы йәшелсә культураларының, картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтереүгә тәҡдим итеү м-н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Өфө р-ны Дмитриевка а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са тәж. үткәрә, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрында теркәлгән һәм БР б‑са ҡулланылышҡа индерелгән картуф сорттарының орлоғон етештерә. Һөрөнтө ерҙәренең майҙаны – 10 га (2000). Ө.с.һ.у. тәҡдиме б-са Дәүләт реестрына баклажандың Орион, Щелкунчик; аҡ күсәнле кәбеҫтәнең Крауткайзер, Лёжкий, Малахит, Надежда, Точка; картуфтың Оредежский, Снегирь; башлы һуғандың Касатик; кишерҙең Блюз, Рогнеда; ҡыярҙың Алиса, Журавлёнок, Легенда, Майский, Марафон; татлы боростоң Пилигрим; томаттың Ляляфа, Раиса һ.б. сорттары индерелгән. 2004 й. бөтөрөлә.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Текст на русском языке