“ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ГЕОГРАФИЯҺЫ. ӨФӨ ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ФИЗИК ГЕОГРАФИЯҺЫ, ЭТНОГРАФИЯҺЫ, СӘНӘҒӘТЕ ҺӘМ АДМИНИСТРАТИВ БҮЛЕНЕШЕ ТУРАҺЫНДА ҠЫҪҠАСА ТАСУИРЛАМА”, О.В.Миронованың китабы, Өфөлә нәшер ителгән (1907). Унда Өфө губернаһы геогр. һәм этнографик яҡтан комплекслы тасуирлана. 6 бүлектән тора. 1‑се бүлектә губернаның физик‑геогр. торошона, рельефҡа, гидрографик селтәргә характеристика бирелә, ҙур йылғаларҙың гидрологик режимы, тупраҡ, климат, файҙалы ҡаҙылмалар (баҡыр һәм тимер мәғдәндәре, нефть, көкөрт һәм минераль һыу сығанаҡтары) урынлашыуы ентекле һүрәтләнә. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын тасуирлағанда урман, әрәмә, дала, болондарҙан башҡа, культуралы үҫемлектәрҙең, йорт хайуандарының төрҙәре ҡарала. 2‑се бүлек Өфө губ. т‑да ҡыҫҡаса тарихи‑этнографик очерктан тора, 3‑сөһөндә — халыҡҡа (һаны, тығыҙлығы, уның милли һәм конфессиональ составы), күпселекте тәшкил иткән милләт вәкилдәренә (урыҫ, башҡорт, типтәр, мишәр, мордва, татар, сирмеш, вотяк) һәм уларҙың өйәҙҙәр б‑са урынлашыуына характеристика бирелә. 4‑се бүлектә халыҡ шөғөлдәре (игенселек, һыйырсылыҡ, урман кәсебе, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, ситкә китеп эшләү, һунар) тасуирлана, ш. уҡ ваҡ һөнәрселек, фабрика-завод, тау сәнәғәте, сауҙа һәм бәйләнеш юлдары т‑да мәғлүмәттәр бирелә. 5‑се бүлеккә губернаның халыҡ мәғарифы т‑да очерк, мәктәп һәм училищелар, уларҙың һаны һәм өйәҙҙәр б‑са урынла‑ шыуы хаҡында мәғлүмәттәр ингән. 6‑сы бүлектә Златоуст өйәҙе, Бөрө өйәҙе, Минзәлә өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙенә комплекслы характеристика бирелә. Китапта халыҡ шөғөлдәре тәбиғәт шарттарының характеры, терр‑яның үҙләштерелеүе м‑н аңлатыла, ҡалалар һәм ҙур ауылдар тасуирлана. География б‑са дәреслек итеп ҡулланылған.

К.И.Әғлиуллина

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Текст на русском языке