ӨФӨ, ҡала, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы. Республиканың үҙәк өлөшөндә Ағиҙел, Өфө һәм Дим йй. араһында Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Ҡала төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Майҙаны — 765,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1897 й. — 49,2; 1926 — 98,5; 1939 — 245,9; 1959 — 546,9; 1989 — 1079,8; 2002 — 1049,5; 2010 — 1071,6; 2015 — 1120. Милли составы: урыҫтар48,9%, татарҙар28,3%, башҡорттар17,1%, украиндар1,2% һәм башҡалар. Ө. Дим, Калинин, Киров, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе, Совет адм. райондарын һәм 24 ауыл торама пунктын үҙ эсенә ала. Өфөлә Өфө р‑нының администрацияһы урынлашҡан. Уңайлы ерҙә урынлашыуы элек-электән халыҡтарҙың был терр‑яға күсеп ултырыуына булышлыҡ иткән. Ө. терр‑яһында 100‑ҙән ашыу археологик ҡомартҡы, ш. иҫ. Дежнев ҡурғандары, Өфө ҡәберлеге, Өфө ҡәберлектәре, Шайтан ҡаласығы, табылған.

1586 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1574 й.) Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, урта быуаттарҙағы башҡ. ҡалаһы (ҡара: Өфө II) урынында, мең ҡәбиләһе ерҙәрендә Өфө ҡәлғәһе (ҡара: Өфө кремле) булараҡ нигеҙ һалына. 1586 й. алып ҡала һәм Өфө өйәҙенең адм. үҙәге, 1719 й. — Өфө провинцияһының (Сенатҡа буйһонған) адм. үҙәге, 1781 й. — Өфө наместниклығының, 1797—1922 йй. — Өфө өйәҙенең, бер үк ваҡытта 1802 й. башлап Ырымбур губернаһына гражданлыҡ идаралығының, 1865—1922 йй. Өфө губернаһының үҙәге. 1922 й. башлап респ. баш ҡалаһы. Шәжәрә б‑са, Ө. төҙөү инициаторҙары башҡорттар булған, ш. уҡ хеҙмәтле кешеләр ҡатнашҡан. 16 б. — 18 б. аҙ. Ө. — Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығышында дипломатия һәм сауҙа үҙәге, бында воевода идаралығы органдары, ш. иҫ. Өфө приказ йорто урынлашҡан, аманаттар тотолған, Көнсығыш дәүләттәре һәм халыҡтары вәкилдәре м‑н һөйләшеүҙәр алып барылған. Ҡаланың көнкүреше тәүҙә — Өфө биҫтәләре, һаҡлау — гарнизон тарафынан тәьмин ителгән. 18 б. башында үҙидара ойоштороу өсөн ҡалала ратуша (1722 й. алып магистрат) төҙөлгән, хөкүмәт идаралығы м‑н провинция канцелярияһы (ҡара: Провинция) шөғөлләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда Ө. эргәһендә Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге урынлаша. 1773 й. нояб. — 1774 й. мартында Ө. И.Н.Зарубин етәкс. баш күтәреүселәр ғәскәре уратып алған, 1773 й. 23 дек. һәм 1774 й. 25 ғин. бер нисә тапҡыр штурмлана, һуңыраҡ бында хөкүмәт ғәскәрҙәре урынлаша, баш күтәреүселәрҙе һаҡлау һәм язалау урыны була. 1782—96 йй. Ө. Наместниклыҡ идараһы (ҡара: Наместниклыҡ), 1802—1917 йй. граждан губернаторы канцелярияһы урынлаша. 1788 й. Ырымбур мосолман дин иәназараты, 1799 й. Өфөлә кафедраһы м‑н Ырымбур һәм Өфө епархияһы ойошторола. 18 б. аҙ. ҡала думалары булдырыла. 1811 й. Өфөлә 5 меңгә яҡын кеше йәшәй. 1825 й. ҡала янғын бүлеге нигеҙләнә.

Ҡала реформаһы (1870) һөҙөмтәһендә бөтә ҡатламдар өсөн ҡала думаһы һәм ҡала башҡармаһы ойошторола. Халыҡ сауҙа, төрлө кәсептәрм‑н шөғөлләнгән. 19 б. ҡалала сәнәғәт үҫеше башлана. 60‑сы йй. Ағиҙел й. буйлап пароход судносылығы (ҡара: Йылға транспорты) ойошторола, был Өфө губ. Волга буйы һәм Рәсәйҙең үҙәк райондары м‑н сауҙа бәйләнештәренең үҫеүенә булышлыҡ итә, айырыуса иген һатыу үҫешә. 1865 й. 2153 йортта 21016 кеше йәшәгән. 19 сиркәү, мәсет, 2 монастырь, музей, 2 дауахана, 517 кибет, 6 күнзаводы, 5 шәм эшләү, 3 һабын ҡайнатыу, 10 кирбес, шырпы эшләү, 5 араҡы ҡыуыу, 7 туң май иретеү заводы була. Йәмәғәт банкыһы эшләй. 1888 й. Ө. аша Һамар—Өфө т. юлы участкаһы төҙөлә (ҡара: Тимер юлдар). 1906 й. 26 сиркәү, 2 монастырь, 3 мәсет, 7 урта һәм 20 башланғыс уҡыу йорто, 3 дауахана, 50 фабрика һәм завод (таҡта ярыу, күн эшкәртеү, баҡыр ҡойоу, кәрәсин эшләү, итек тегеү һ.б.) теркәлгән.

Революция (190507) ваҡытында Башҡортостанда тәүге тапҡыр Өфө тимер юл оҫтаханалары эшселәре тарафынан эшсе депутаттары советы ойошторола (ҡара: Советтар). 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ө. соц.‑демократик хәрәкәттең формалашыуына В.Н.Крохмаль, Н.К.Крупская, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа, ш. уҡ В.И.Ленинһ.б. ҙур өлөш индерә. 1917 й. мартында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ойошторола; авг. 2‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы үткәрелә, унда Башҡорт мәркәз шураһының Өфө секретариаты һайлана. 1918 й. сент. Ҙур Себер ҡунаҡханаһы (ҡара: Ҡунаҡханалар) бинаһында Өфөдәүләткәңәшмәһеүтә, унда Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте булдырыу т‑да акт ҡабул ителә. Граждандар һуғышы осоронда Ө. ике тапҡыр большевиктарға ҡаршы көстәр ҡулында була, Өфө операцияһы ваҡытында ҡалала совет власы урынлаштырыла. 30‑сы йй. Ө. яңы предприятиелар барлыҡҡа килә; ҡаланың артабанғы соц.‑иҡт. үҫеше республикала нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле.

Б.В. һуғышы йылдарында Ө. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһының Президиумы һәм күпселек институттары, СССР ФА‑ның күп кенә ғилми учреждениелары һәм юғары уҡыу йорттары, Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Киев акад. опера һәм балет театры һ.б. эвакуациялана. Ҡайһы бер эвакуацияланған сәнәғәт пр‑тиелары нигеҙендә респ. “Авангард”, “Уфахимпром” з‑дтары, Өфө агрегат производство берекмәһе, “Уфимкабель”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Прогресс” һ.б. төҙөлә; машиналар эшләү, металл эшкәртеү, сәнәғәттең химия тармағы үҫеш ала. Һуғыштан һуңғы осор иҡтисадына юғары үҫеш темптары хас.

1956 й. Черниковскҡ. (уның пр‑тиелары станоктар, автомобиль двигателдәре, электр, тау ҡорамалдары, нефть продукттары, резина изделиелар, фанер, шырпы, төҙөлөш материалдары һ.б. етештергән) Ө. ҡушылғас, Ө. Урал-Волга буйы төбәгенең ҙур сәнәғәт үҙәгенә әүерелә. Ө. үҙәк иҡтисади төбәккә ҡарай. Ҡаланың дөйөм ер фонды 715,9 км2 тәшкил итә, уның яҡынса 35%‑ын биналар һәм юлдар биләй. Геогр. һәм транспорт йәһәтенән уңайлы ерҙә урынлашыуы сәнәғәттең, сәнәғәт һәм соц. инфраструктура объекттарының бында айырыуса тупланыуына килтерә. Ө. 455‑тән ашыу эре һәм урта пр‑тие тупланған; иҡт. 508,8 мең кеше мәшғүл (2016). Ҡала иҡт. күп тармаҡлы производство структураһы хас: нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү, металл эшкәртеү, ағас эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиелары һәм башҡалар. Ө. РФ‑тағы иң эре нефть эшкәртеү з‑дтары урынлашҡан: “Новойл” (ҡара: Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы), “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, Өфө нефть эшкәртеү заводы; төҙөлөш комплексы үҫешкән (ҡара: Төҙөлөш), 50‑нән ашыу төҙөлөш ойошмаһы, ш. иҫ. Төҙөлөш тресы 3, эшләй. Яңы пр‑тиелар, соц. объекттар, торлаҡ (ҡаланың торлаҡ фонды 23,0 млн м2 тәшкил итә) төҙөү әүҙем алып барыла.

Ө. — ҙур транспорт үҙәге: ҡалала тимер юлдар, автомобиль юлдары, һауа юлдары, үткәргесторбаларселтәре үҫешкән. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты, Өфө тимер юл вокзалы, Төньяҡ һәм Көньяҡ автовокзалдар, 7 борам эшләй. Ө. аша Куйбышев т. юлы [Абдулла—Өфө, Ҡарлыман—Белорет—Магнитогорск, Дим—Төйлөгән (Ырымбур өлк.), Өфө ҡ. Көньяҡтан урау т. юлы, Өфө—Кропачёв (Силәбе өлк.), Черниковка—Благовещен тармағы], Көньяҡ Урал т. юлы (Өфө—Златоуст); Мәскәү—Өфө, Һамар—Өфө—Силәбе, Өфө—Ырымбур, Өфө—Бөрө—Яңауыл, Өфө—Инйәр—Белорет һ.б. автомобиль юлдары үтә. Өфө сәнәғәтузелынаинә. Ҡаланың геосәйәси урыны тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең, халыҡ-ара бәйләнештәрҙең үҫеүенә ыңғай йоғонто яһай.

Ө. — төбәктең финанс үҙәге. “Башинвестбанк”, Һаҡлыҡ банкыһы, Социнвестбанк”, “УРАЛСИБ” һ.б. банктар эшләй. Ө. —республиканың фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәге. БР Фәндәра кадемияһы, РФА Өфө фәнни үҙәге, ғилми-тикшеренеү, проект институттары һ.б., 250 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 129 дөйөм белем биреү мәктәбе, 21 лицей, 21 гимназия, мәктәп-интернат; 30‑ға яҡын махсус урта, 28 юғары уҡыу йорто (ш. иҫ. филиалдар һәм вәкиллектәр), ш. уҡ 47 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. 12 музыка, 2 художество, 3 сәнғәт мәктәбе, 20 балалар ижады һарайы һәм үҙәге, ш. иҫ. Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы, 4 балалар ижады йорто, 48 спорт мәктәбе, эшләй. Ө. 57 дауалау-иҫкәртеү учреждениеһыбар. 20 дауахана, ш. иҫ. Республика клиник дауаханаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Күҙ ауырыуҙары институты, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты, 7 диспансер, 14 поликлиника, ш. иҫ. 5 балалар поликлиникаһы, 12 стоматология поликлиникаһы, 4 бала табыу йорто, дауаханаларҙа 4 бала табыу бүлеге, 3 шифахана-курорт учреждениеһы, ш. иҫ., “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһы һ.б., эшләй. Ө. 1669 спорт ҡоролмаһы, ш. иҫ. 5 стадион; “Трамплин” һәм “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплекстары, 2 спортһарайы, ш. иҫ. “Өфө-Арена”; “Аҡбуҙат” ипподромы, 40‑тан ашыу бассейн, 760 асыҡ урында эшләнгән спорт ҡоролмаһы бар. Ҡалала балалар (20) һәм халыҡ (29) китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы эшләй, ш. иҫ. Милли китапхана; 7 театр, ш. иҫ. Башҡорт драма театры, Урыҫ драма театры, Милли Йәштәр театры, Ҡурсаҡ театры һ.б.; Конгресс-холл, 14 мәҙәни-ял учреждениелары, 12 һынлы сәнғәт галереяһы, Актёрҙар йорто, 12 музей, Башҡорт филармонияһы, Өфө циркы, планетарий, 7 мәҙәниәт һәм ял паркы, 9 кинотеатр һәм киноустановка һ.б., эшләй. 1991 й. алып Ө. халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале уҙғарыла. Ҡалала 12 мәсет, 18 храм һәм сиркәү, синагога, 3 протестант сиркәүе һәм ғибәҙәт ҡылыу йорто бар; Архитекторҙар союзы, Журналистар союзы, Композиторҙар союзы, Яҙыусылар союзы, Фоторәссамдар союзы һ.б. эшләй.

Республикалағы киң мәғлүмәт сараларының күпселек өлөшө — радио- һәм телеканалдар (ҡара: Радиотапшырыу, Телевизион тапшырыу), гәзитһәм журналдар, ш. иҫ. 22 респ. баҫмаһы (“Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Республика Башкортостан”, “Ҡыҙылтаң” гәз., “Ағиҙел”, “Бельские просторы” ж. һ.б.), “Вечерняя Уфа”, “Киске Өфө”, “Уфимские ведомости” гәз., “Уфа” ж. һ.б. — Өфөлә тупланған. Ө. — китап нәшер итеү эше үҙәге: “Башҡортостан”, “Белая река”, “Китап” нәшриәттәре һ.б., “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексы, Өфө полиграфкомбинаты эшләй.

Ө. атамаһының килеп сығышы т‑да бер нисә фекер бар: төрк. “уба” — ҡурған; “уфаҡ” — бәләкәй, ҙур түгел, уғыр теленән “фойо” — йылға (төрк. “хува” — ташҡын), “өпәй” — башҡорттарҙың өпәй ҡәбиләһе исеменән һ.б. Шулай уҡ ҡара: Өфөнө  өйрәнеү.

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Текст на русском языке

Карта города