АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә р‑ны Сурай а.), агроном. А.х. ф. канд. (1968), проф. (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Стәрлетамаҡ р‑нының “Әлшәй” с‑зында агроном булып эшләй. 1967 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1975 й. — гидромелиорация һәм урман хужалығы, урман хужалығы, агрономия ф‑ттары деканы, 2005 й. — ректор ярҙамсыһы, 2006—09 йй. профсоюз ком‑ты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге картуф һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен һуғарыу режимын, уларҙы эшкәртеү технологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйле. А. ошо культураларҙы үҫтереүҙең камиллаштырылған технологияларын эшләй һәм БР‑ҙың а.х. производствоһына индерә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Рекомендации по использованию комплексонатов металлов в картофелеводстве. М., 1994; Усовершенствования технологии возделывания картофеля в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.