ӨРШӘК, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Стәрлебаш р‑ны Үрге Гөлөм а. көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Әлшәй, Ауырғазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға. Ағиҙел й. (тамағынан 504 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 193 км, басс. майҙаны 4230 км2, дөйөм түбәнәйеүе 310 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 50%‑ы — яҙғы (апр.—май), 30%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 20%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ляхов а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,3 м3/с. Рельефы убалы тигеҙлек, басс. ҡазан ярусы һәм татар ярусы ҡомташтарынан, мергелдәренән, конгломераттарынан тора. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы һәм икенсел ваҡ япраҡлы урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы далаларҙан ғибәрәт. Үрге ағымда басс. 25—30%‑ын, түбәнге ағымда яҡынса 10%‑ын урман ҡаплаған, 65—70%‑ы һөрөлгән. Йылғала Стәрлебаш р‑ны Ямғырсы а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: һул — Һыулы Ҡыҙыл, Ҡыҙыл, Таҡйылға, Ҡарамалы, Киҙәк; уң — Ауырғазы, Өйәҙән, Иштиле һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 Текст на русском языке