ӨМӨТБАЕВ Вил Ғайса улы (18.2. 1938, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2003). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1985), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть разведкаһы экспедицияһының быраулаусы ярҙамсыһы, мастер ярҙамсыһы, производство‑техник бүлектең өлкән инженеры, баш инженеры; 1965 й. алып (өҙөклөк м‑н) Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р, сектор мөдире, лаб. мөдире, 2003 й. башлап “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһының баш ғилми хеҙм‑ре. 1979—82 йй. Алжирҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү б‑са эксперт. Ө. тарафынан һыулы ҡатлам параметрҙарын өйрәнеү методикаһы, скважиналарҙың ремонт‑изоляция эштәре һәм уларҙы бөтөрөү технология‑ лары, тампонаж составтар, ҡатламдарҙы айырыу ысулдары, скважиналарҙың техник торошон өйрәнеүҙең һәм уларҙың эшкә яраҡлылығын тергеҙеүҙең фәнни‑методологик нигеҙҙәре эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 26 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Ремонтно‑изоляционные работы при эксплуатации нефтяных месторождений. М., 1981 (авторҙ.); Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. Уфа, 2000 (авторҙ.); Обобщение опыта проведения ремонтно‑изоляционных работ на отдельных крупных месторождениях Западной Сибири. Уфа, 2013 (авторҙ.).

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.