ӨЙӨР ЙЫЛҠЫСЫЛЫҒЫ, йылҡы үрсетеү ысулы, көтөүҙә (өйөрҙә) ауыл хужалығы малдарын аҫрауға нигеҙләнгән. Ҙур тәбиғи көтөүлектәр булған райондарҙа үҫешкән. Йыл әйләнәһенә көтөүҙә (продукция йылҡысылығында, эш аттарын үрсетеүҙә ҡулланалар) һәм культуралы‑өйөрҙә (йәй — көтөүлектә, ҡыш — бинала; тоҡом, спорт һәм эре эш аттарын үрсетеү өсөн) тотоуҙы айырып йөрөтәләр. Ө.й. шарттарында малдарҙың аҙыҡҡа ихтыяжы йыл әйләнәһенә аяҡ аҫтындағы мал аҙығы (ҡара: Тибен) ярҙамында ҡәнәғәтләндерелә. Башҡортостанда Ө.й. йылҡысылыҡтың традицион тармағы булып тора. Ө.й. өсөн тәбиғи һәм культуралы көтөүлектәрҙән, сабынлыҡтар ҡурпыһынан һәм сәселгән үләндәрҙән көтөүлек конвейеры ойошторола. Тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең майҙанынан һәм күп төрлөлөгөнән сығып аттарҙың йәйге һәм ҡышҡы утлауы өсөн өҫтәлмә аҙыҡ культуралары төрҙәре һайлап алына. Өйөр йылҡыһы өсөн мал аҙығы базаһының резервы булып, башҡа төр малдар өсөн барып етә алмаҫлыҡ, тау‑урман көтөүлектәре тора. Һауа торошо насар булғанда тәбиғи һәм яһалма ышыҡ (урман, ҡамыш араһы, елдән ышыҡ тау битләүҙәре, бейек сытыр кәртәләре һ.б.) ҡулланыла. 2012 й. респ. өйөр аттарының һаны 125,1 мең тәшкил итә, ш. иҫ. а.х. пр‑тиеларында — 38,6, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 23,3, халыҡтың ярҙамсы хужалыҡтарында — 63,2. Ө.й. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30-сы йй. башлап Ауыл хужалығы институтында (И.А.Сайгин, Б.Х.Сатыев, Х.Р.Солтанаев, Р.Ф.Уразбахтин һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: С а ф и н М.Б., Р а х м а т у л л и н Д.Н., С а т ы е в Б.Х. Табунное коневодство. Уфа, 1985. Б.Х.Сатыев Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.