ӨЙҘӨРӘК, О л о Ө й ҙ ө р ә к, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк й. тамағынан — Дәүләкән р‑ны буйлап көнсығышҡа табан аға. Дим й. (тамағынан 126 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 53 км, басс. майҙаны 350 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 м3/с. Басс. рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Басс. 8%‑ын урман ҡаплаған, 50%‑тан ашыуы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Ҡурай, Урта һәм Кесе Өйҙөрәк (бөтәһе лә — уң).

Т.В.Воронина

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.