ӨЙӘҘЕ, йылға, Дим й. уң ҡушылдығы. Миәкә р‑ны Смородиновка а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Миәкә һәм Бишбүләк р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. Дим й. (тамағынан 363 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 82 км, басс. майҙаны 984 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,4 м3/с. Басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ‑көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле‑ҡылғанлы һәм ҡоро болондарҙан, һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Басс. 18—22%‑ын урман ҡаплаған, 45—50%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡорманай, Сатый; һул — Сарбай, Елдәр һ.б.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке