ОХЛЕБИНИН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Иглин р‑ны Охлебинин а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң битләүендә, Аҡташ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 146 м, тәрәнлеге 18 м, уртаса киңлеге 37 м, уртаса бейеклеге 4,8 м (макс. — 9 м тиклем), амплитудаһы 32 м, майҙаны 5410 м2, күләме 21100 м3. Мәмерйә ауыҙы (киңлеге 14 м, бейеклеге 4 м) үҙәнгә тоташҡан карст соҡороноң (диам. 50 м ашыу, тәрәнлеге 12 м) төбөндә урынлашҡан, артабан төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле текә ауыш галерея (оҙонлоғо 50 м, киңлеге 20 м, бейеклеге 2—8 м) китә. Ауыҙынан 20 м аралыҡта төньяҡ‑көнбайыш стена эргәһендә кальцит ҡатламы м‑н ҡапланған һәм төбөнә тиклем туңған ер аҫты күле (оҙонлоғо 100 м, киңлеге 2—12 м, тәрәнлеге 1 м тиклем) бар. Галерея иҙәне таш киҫәктәре м‑н ҡапланған залға (диам. 50 м, бейеклеге 9 м тиклем) илтә. Түбәһе көмбәҙ рәүешендә, ҡырлы. Төньяҡ стенаһының өҫкө өлөшөндә йәшкелт һоро төҫтәге тығыҙ ҡомташ ҡатламы күренә (ҡалынлығы 0,7 м). Залдан көнсығышҡа табан иҙәне гипс һәм балсыҡ һыныҡтары м‑н ҡапланған галерея (оҙонлоғо 30 м, киңлеге 15 м, бейеклеге 7 м тиклем) дауам итә. Мәмерйәлә йәй т‑ра — яҡынса 6°С, ҡыш — ‑3°С тиклем. Түбәһендә һәм стеналарында июль айына тиклем һаҡланған тыуыштар барлыҡҡа килә. Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй. О.м. эргәһендә Охлебинин археологик комплексы урынлашҡан.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Яндекс.Метрика