ОСИПОВ Виктор Иванович (15.4.1937, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Яңы Михайловка а.), геолог‑гидрогеолог. РФА акад. (1991), БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1977), проф. (1980). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1999 й. тиклем шунда уҡ эшләй: Мещера уҡытыу‑ғилми базаһы нач., 1965—69 йй. Норильск инженерлыҡ‑геол. экспедицияһының баш геологы, 1972—75 йй. ер тоҡомон өйрәнеү ғилеме лаб. өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1986—91 йй. — етәксеһе, бер үк ваҡытта 1971—73 йй. СССР ФА Геол. ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1991 й. алып РФА‑ның Геоэкология ин‑ты дир., 2015 й. — ғилми етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге ер тоҡомон өйрәнеү ғилеменә, инженерҙар геологияһына һәм геоэкологияһына арналған. О. етәкс. радиои‑ зотоптар ярҙамында ер тоҡомдарының дымлылығын һәм тығыҙлығын өйрәнеү өсөн ысулдар һәм аппаратура, балсыҡлы тоҡомдар микроструктураһын һан яғынан анализлау ысулдары, геотехноген массивтар булдырыуҙың теоретик нигеҙҙәре, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу принциптары һәм экология сәйәсәтенең концептуаль нигеҙҙәре эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы. Халыҡ‑ара инженерҙар геологияһы һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау ассоциацияһының вице‑президенты (1986—90). “Геоэкология” ж. баш мөхәррире (1987 й. алып). СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1988).

Х е ҙ м.: Определение плотности и влажности грунтов по рассеянию гамма‑лучей и нейтронов. М., 1968; Физико‑химическая теория эффективных напряжений в грунтах. М., 2012; Глины и их свойства. Состав, строение и формирование свойств. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Яндекс.Метрика