АНДРИАНОВ Андрей Андрианович (24.4.1939, БАССР-ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а. — 16.4.2010, Йошкар-Ола), актёр. Мари АССР-ының халыҡ (1989) һәм атҡ. (1973) артисы. Д.А.Андриановтың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1965; П.В.Лесли, Н.В.Чефранова курсы) М.Шкетан ис. Мари драма театры актёры, 1989—95 йй. Мари респ. мәҙәниәт уч‑щеһында уҡыта. 1991 й. алып Мари милли драма театры филиалының Мари йәш тамашасы театры (барыһы ла — Йошкар-Ола) актёры.

Мари драма театры сәхнәһендә төрлө пландағы 80‑дән ашыу роль уйнай: Костя, Һалдат (“Ҡуйындағы йылан” — “Змея за пазухой”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, 1965), Чопай (“Салика”, С.Н.Николаев), Илья (“Һуңғы мөҙҙәт” — “Последний срок”; В.Г.Распутиндың ш. уҡ исемле повесы б‑са) һ.б. 1990—2000‑се йй. Мари йәш тамашасы театрының төп актёрҙарының береһе була: Серебряков (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Кенәз Ямбулат (“Кенәз Ортомо” — “Князь Ортомо”, Г.Ф.Гордеев), Лука (“Тормош төпкөлөндә” — “На дне”, М.Горький) һ.б. Тамашасылар араһында А. комик ролдәре ҙур уңыш яулай: шоумен Томпсон (“Бөтәһе лә Ева хаҡында” — “Всё о Еве”, М.Орр, Р.Дэнем), барин Нил Федосеич Мамаев (“Аҡыл эйәһенә лә бер ҡатлылыҡ хас” — “На всякого мудреца довольно простоты”, А.Н.Островский), ауыл һармағы Никанор Журавлёв (“Тәбиғәт ҡосағында бәләкәй спектакль” — “Маленький спектакль на лоне природы”, С.Л.Лобозеров). Мари йәш тамашасы театрында Г.С.Мамлиндың “Алмас ҡайғы” (“Алмазное горе”; 2003), В.А.Соллогуб һәм И.А.Крылов әҫәре б‑са “Ах, водевиль, водевиль!” (2004) спектаклдәрен ҡуя. Мари Эл Респ. Дәүләт пр. лауреаты (2005).

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.