ОСИПЕНКО Леонид Иокинфович (17.3.1918, Харбин ҡ., Ҡытай — 24.5.1989, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1958). 1935 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1940 й. алып яғыулыҡ‑һынау станцияһы нач., 1951 й. — цех нач., 1953 й. — катализаторҙар ф‑каһы директоры. 1958 й. алып Черников‑ ка НЭЗ‑ында: цех. нач., баш инженер урынбаҫары, баш инженер; 1960 й. алып Башҡ‑н ХКС‑ының Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү идараһы нач. урынбаҫары, 1962 й. — Салауат нефтехимия комб‑ты начальнигы. 1969 й. алып СССР химия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары. Уның етәкс. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) полиэтилен, полистирол, бутил спирттары һ.б. производстволары төҙөлә һәм үҙләштерелә, аммиак һәм карбамид етештереүҙең ҡеүәте арттырыла; тәжрибә‑тикшеренеү цехы тәжрибә заводына үҙгәртелә. Нефть эшкәртеү заводтары икенсел процестар комплексын үҙләштереп, юғары көкөртлө нефтте эшкәртеүгә күсерелә; сығарылған продукцияның күләме 3,3 тапҡырға арта. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1970).

В.А.Потеряхин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика