ОРЛИНСКИЙ Борис Михайлович (5.11.1933, Нальчик – 19.8.2006, Өфө), геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1980), проф. (1987). Грозный нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга‑Урал филиалы (Октябрьский ҡ.) инженеры, партия нач., 1961 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тының (Бөгөлмә ҡ.) лаб. мөдире, 1980 й. – Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑ның (Өфө) бүлек мөдире, 1984—2006 йй. ӨДНТУ‑ның геофизика каф. мөдире. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге скважиналарҙы геофизик тикшереү һәм нефть промыслаһы геологияһы м‑н бәйле. О. тарафынан йәҙрә‑геофизик алымдарҙың тәрәнлек мөмкинлектәрен билдәләү, фазалы үткәреүсәнлек б‑са нефтле һәм һыулы ҡатламдарҙы айырыу технологиялары уйлап табыла; һыу‑нефть зонаһын төҙөү моделе нигеҙләнә һәм уны эшкәртеү ысул‑ дары тәҡдим ителә. 85‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Контроль за разработкой залежей нефти геофизическими методами. М., 1977.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика