ОРГАНИК ХИМИЯ, углеродтың башҡа элементтар (органик берләшмәләр) м‑н берләшеүен һәм уларҙың әүерелеш законлыҡтарын өйрәнгән фән. О.х. — хәҙ. химияның ҡыҫҡа бер бүлеге. Ул юғары молекуляр берләшмәләр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. О.х. органик булмаған химия һәм биохимия сиктәрендә металорганик берләшмәләр химияһы һәм биоорганик химия барлыҡҡа килә. Органик химияның төп методы — синтез. Органик химия тәбиғи (үҫемлектәр һәм хайуандар организмынан алына) һәм синтетик берләшмәләрҙе өйрәнә. Органик берләшмәләрҙең төҙөлөшөн элементҡа анализ, ядро‑магнит резонансы ысулы, масс‑спектрометрия, инфраҡыҙыл, УФ‑спектроскопияһы, рентгенструктур анализ һ.б. ярҙамында билдәләйҙәр; органик матдәләрҙе таҙартыу һәм айырып сығарыу, бүлеү методы үҫешә. Башҡортостанда О.х. фәнни өйрәнеү химия, нефтехимия, нефть эшкәртеү сәнәғәте өлкәләре үҫеше м‑н барлыҡҡа килә. 1951 й. СССР ФА БФ‑ның Химия бүлеге ойошторола (ҡара: Органик химия институты), унда Р.Д.Оболенцев етәкс. меркаптандар, сульфидтар, тиофендарҙың физик‑химик үҙенсәлектәре өйрәнелә һәм синтезлау ысулдары эшләнә; тәүге тапҡыр алкилтиофандар, тиабицикландар синтезлана (В.Г.Бохаров, В.И.Дронов), эталон препараттар алына (Н.Г.Марина) һәм уларҙың термокаталик әүерелештәре өйрәнелә (Л.Н. Ғабдуллина, А.В.Машкина). 1968 й. алып Химия ин‑тында Г.А.Толстиков етәкс. органик һәм металорганик синтез, металл комплекслы катализ, аҙ молекулалы биокөйләгестәр синтезы, нефтехимия б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәрелә. Молибден һәм ванадий комплекстары ҡатнашлығында туйындырылмаған берләшмәләрҙең окисланыу реакцияһы өйрәнелә. Кремний (И.М.Сәлимгәрәева, В.П.Юрьев) һәм алюминорганик берләшмәләр (А.В.Кучин) химияһы үҫешә. У.М. Джемилев етәкс. көсөргәнешле полициклик һәм каркас структуралы берләшмәләр, бәләкәй һәм аҙ тотороҡло молекулалар, эйәртеүле диендар химияһында металл комплекслы катализ файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тәүге тапҡыр 5 быуынлы магний, алюминорганик берләшмәләр синтезлана һәм өйрәнелә (Ә.Ғ.Ибраһимов). Норборна‑ диен һәм уның сығарылмаларын алыу ысулы эшләнә, уның нигеҙендә авиация һәм космос техникаһы, медицина өсөн ҡатмарлы структуралы углеводородтар синтезлана (Р.И.Хөснөтдинов). Көкөрттөң органик берләшмәләре һәм ваҡ молекулалар химияһында металл комплекслы катализ тигән яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә (Р.В.Ҡунаҡова). Аҙ тотороҡло молекулалар химияһы тикшерелә (В.А.Докичев). Титан һәм марганец комплекстары нигеҙендә функциональ органик берләшмәләрҙе синтезлау ысулдары тәҡдим ителә (А.Н.Касаткин). Тәбиғи һәм модификацияланған простаноидтар ҡороу ысулдары эшләнә, уларҙың фармакол. үҙенсәлектәре асыҡлана (Ф.А.Вәлиев, М.С.Мифтахов). Улар нигеҙендә пиретроидтар, инсектицидтар алыу (Ф.З.Ғәлин); глицирризин кислотаһын һәм уның гликозидының химик модификацияһын бүлеп алыу ысулдары (Л.Ә.Балтина), диен синтезы реакцияһы нигеҙендә антрациклин төркөмөнә ҡараған антибиотиктар синтезы (Э.Э.Шульц); туйындырылмаған углеводтар — гликалдәр файҙаланып оптик яҡтан таҙа феромондар, лейкотриендар, липидтар алыу ысулдары тәҡдим ителә (А.Г.Толстиков). В.Н.Одиноков етәкс. туйындырылмаған берләшмәләрҙе контролдә тотоу өсөн озонлау ысулдарының дөйөм принциптары эшләнә, улар ярҙамында полифункциональ һәм гетероциклик изопреноидтарҙың, ювениль гормондарының һәм уларҙың аналогтарының, бөжәк феромондарының — а.х. өсөн күп кенә препараттарҙың нигеҙен, ш. иҫ. бал ҡортоноң үҙ‑үҙен тотоуын көйләгән, маҡсатҡа йүнәлтелгән синтезлау ысулын эшләргә мөмкинлек бирә (Ғ.Й.Ишморатов, О.С.Куковинец). Алкалоидтар һәм уларҙың синтетик аналогтары нигеҙендә аритмияға ҡаршы препараттар алына (М.С.Юнысов). Амин төркөмдәрен Кляйзен ысулы б‑са яңынан төркөмләү реакцияһы ком‑ плекслы өйрәнелә, гетероциклик берләшмәләр һәм нуклеозидтар синтезы ысулдары уйлап табыла (И.Б.Абдрахманов, Ә.Ғ.Мостафин). Фаза‑ара күсерелеш катализаторҙарын ҡулланып сәнәғәттә винилхлорид һәм башҡа хлорорганик берләшмәләрҙе алыуҙың эко‑ логик яҡтан зыянһыҙ технологияһы тәҡдим ителә (С.С.Шаванов). Адамантан һ.б. каркас структуралы берләшмәләр химияһы өлк. тикшеренеүҙәр үткәрелә (Б.М.Лерман). Н.К.Ляпина етәкс. көкөрторганик берләшмәләр химияһы артабан үҫеш ала. Таксологик тәьҫир итеү механизмы булған, ҡатмарлы структуралы яман шешкә ҡаршы агенттар, ш. иҫ. эпотилондар (Мифтахов) һәм элеутезидтар (Вәлиев), алыу ысулдары тәҡдим ителә. 60‑сы йй. БДУ‑ла Ю.В.Светкин етәкс. кетен химияһы өйрәнелә. Кетен һәм хлоруксус к‑таһы нигеҙендә аминдарҙы хлорацетилирлау юлы м‑н төрлө гетероциклдар, амидонитрондарҙы синтезлау өсөн аралаш матдәләр алына (Н.Ә.Аҡманова, Ә.Н.Миңлебаева). 1980 й. алып М.Ғ.Сәфәров етәкс. Принс реакцияһы механизмын тикшереү алып барыла, гидрирланған фурандар синтезлана, улар нигеҙендә а.х. һәм ветеринария өсөн препараттар эшләнә (Р.Ф.Талипов). ӨДНТУ‑ла тикшеренеүҙәр углеводородтарҙың гетероген‑каталитик әүерелештәре (Б.В.Клименок, М.Е.Левинтер), ароматик к‑та тоҙҙары (Р.Н.Хлёсткин) һәм тиофен сығарылмалары (Д.М.Ториков) алыу химияһы һәм технологияһы м‑н бәйле. 70‑се йй. башынан Д.Л.Рахманҡолов етәкс. туйындырылған циклик һәм ациклик ацеталдәр һәм уларҙың гетероаналогтарын алыу, үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм реакция механизмдары б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Краун‑эфирҙарҙың функционаллеге һәм иммобилизациялау, синтез ысулдары эшләнә, был процестарҙы микротулҡын нурланышы һәм ультратауыш ярҙамында интенсивлаштырыу ысулдары эшләнә; аҙ молекулалы биокөйләгестәр өсөн органик берләшмәләрҙең регио‑ һәм энантиоселектив биохимик һәм биокаталитик оптик актив синтондарға трансформациялау ысулдары эшләнә (В.В.Зорин). Ацеталдәр, ортоэфирҙар һәм уларҙың гетероаналогтарының гетеролитик әүерелештәре (Е.А.Кантор), циклик ацеталдәрҙең шыйыҡ фазалағы гомолитик реакциялары механизмы (С.С.Злотский), кремний, азот һәм көкөртлө 1,3‑диоксандарҙың үҙенсәлектәре һәм стереохимияһы (Р.С.Мөсәүиров), сылбырлы ацеталдәрҙең реакцияға инеү һәләтлелеге, реакция механизмдары (У.Б.Имашев), тетрагидропирандар һәм ортоэфирҙарҙың реакциялары (Э.М.Ҡурамшин, Е.В.Пастушенко) тикшерелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында препараттарҙы синтезлау б-са, “структура—активлыҡ” бәйләнешен моделләү, бензимидазол һәм мочевина сульфонилын алыу процестарын технологик үҙләштереү, улар нигеҙендә — гербицидтар, фунгицидтар, үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр һәм фаза‑ара катализ ҡулланып гельминттарға ҡаршы препараттарҙы, гидроакустик һәм химик реакцияларҙы механик‑химик активлаштырыу б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.Б.Вәлитов, А.М.Колбин, В.С. Пилюгин, В.Д.Симонов, Л.А.Тюрина). НИИнефтехимда алкиллаштырылған фенолдар химияһы (Г.Н.Кириченко, Ю.В.Чуркин) б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә, нефттең көкөртлө компоненттары (Р.С.Алиев, М.Н. Стекольщиков, А.Х.Шәрипов); туйындырылмаған һәм карбониллы берләшмәләрҙе гидрирлау һәм дегидрирлауҙың, алкилароматик углеводородтарҙың алкилароматик окисланыуының селектив катализаторҙары уйлап табыла (Т.О.Ган, Б.И.Кутепов, Р.М.Мәсәғүтов). 1993 й. Джемилев етәкс. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында туйындырылмаған берләшмәләрҙең металл комплекслы катализ ярҙамында реакцияға инеүе, органик һәм металорганик берләшмәләр синтезы, гетероциклдарҙы һәм металл циклдарын өйрәнеү үҫешә. Металл циклдарҙа күсемле металл атомдарын күсемһеҙ металл атомдарына каталитик алмаштырыу күренеше асыла, бәләкәй, 5 быуынлы һәм макрометалл циклдарының синтезы эшләнә; Фуллеренды титан, цирконий, гафний комплекстары м‑н катализлауҙың селектив гетерофункционализация [60] ысулдары эшләнә. Вирустарға ҡаршы потенциаль сара булараҡ, каркас диазамидтар м‑н фуллерендың гибрид молекулалары синтезлана (А.Р.Туҡтаров). Бер реакторлы 5Z,9Z‑диен к‑таһы нигеҙендә шешкә ҡаршы таргет препараттары алына (В.А.Дьяконов). Ацетиленды CH2J2—AlR2 реагенты м‑н туранан‑тура цикллы пропанлау тормошҡа ашырыла (И.Р.Рамазанов). Дүрт хлорлы углерод һәм спиртлы активлығы юғары булған алкилгипогалогенидтарҙы генерирлау эйәртеүле каталитик реакция нигеҙендә углеводородтарҙы спирттарға селектив окисландырыу ысулы тәҡдим ителә (Хөснөтдинов). Альдегидтарҙы, амин һәм көкөртлө водородты мультикомпонентлы 111  конден‑ сациялау нигеҙендә көкөрт һәм азоттан торған берләшмәләр химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үҫешә; яңы циклик, поли‑ һәм макроциклик берләшмәләр синтезлана (В.Р.Әхмәтова, Ибраһимов). Одиноков етәкс. экдистероидтарҙы бүлеү, идентификациялау һәм химик трансформациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, һирәк осрай торған тәбиғи экдистероидтар, яңы окса‑ һәм фторҙан торған аналогтар синтезлана (И.В.Ғәләүетдинов, Р.Ғ.Савченко); тәбиғи α-токоферолдың (Е витамины) конвергент синтез ысулдары тикшерелә, тәбиғи һәм биологик актив матдәләр м‑н һыуҙа тарҡала торған аналогтар һәм гибридтар синтезлана; шешкә һәм паразиттарға ҡаршы саралар синтезы өсөн лупан һәм урсан рәтендәге митохондриаль йүнәлешле тритерпеноидтар трансформацияһы (А.Ю.Спивак) һәм тәбиғи гетерополисахаридтар (гликозаминогликандар) модификацияһы үткәрелә, ферменттарға тотороҡло гиалурон к‑таһы һәм азидотимидин м‑н уның конъюгаты синтезлана (И.Ю.Понеделькина).

Әҙәб.: Б о ч к о в А.Ф., С м и т В.А. Органический синтез. М., 1987; С м и т В., Б о ч к о в А., К е й п л Р. Органический синтез. Наука и искусство. М., 2001; И л и е л Э., В а й л е н С., Д о й л М. Основы органической стереохимии. М., 2007.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Н.Д.Исҡужина

Яндекс.Метрика