АНДРЖЕЕВСКАЯ Марионила Ивановна, Андржиевская Марионилла И. (1868—1958, Ташкент), пианист, педагог, музыка эшмәкәре. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1890‑сы йй. башы; А.И.Зилоти класы) Омск һәм Томск ҡҡ. уҡыта һәм концерт эшмәкәрлеге алып бара. 1910 й. Өфөгә күсеп килә, Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы була. 1917 й. алып Рус музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе дир. һәм муз. кластары уҡытыусыһы, музыка мәктәбен №1 ойоштороусы һәм уның беренсе дир., 1922—40‑сы йй. башында уның ҡатнашлығында асылған Башҡ. муз. техникумы (ҡара: Сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы. А. пед. һәм концерт эшмәкәрлеге 20‑се йй. Өфө фортепиано мәҙәниәтен барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. А. башҡарыу сәнғәте виртуоз техника, әҫәрҙең стилен тәрән һәм нескә тойомлауы м‑н айырылып тора. Пианист репертуарында урыҫ (А.С.Аренский, А.П.Бородин, С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский һ.б.) һәм сит ил (Л.Бетховен, Э.Григ, Ф.Шопен һ.б.) композиторҙары әҫәрҙәре. Пед. эшмәкәрлегендә А. урыҫ фортепиано мәктәбенең иң яҡшы традицияларын үҫтереүҙе дауам итә. Революцияға (1917) тиклем Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. 20‑се йй. Башҡ. муз. техникумында камера концерттарын ойоштора (С.А.Попов, Ф.П.Садовский һ.б. м‑н берлектә) һәм уларҙа ҡатнаша.

Әҙәб.: Алексеева Л.И. Развитие фортепианного искусства Советской Башкирии в 20‑е годы //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990.

Р.Р.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018