ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ, химик элементтарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнгән фән. Хәҙ. О.б.х. төп бурыстары: ябай матдәләрҙең һәм уларҙың берләшмәләренең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, үҙ‑ара бәйләнештәрен, химик реакцияларын өйрәнеү, уларҙы синтезлау һәм ныҡлы таҙартыу, органик булмаған материалдар алыу ысулдарын эшләү. О.б.х. теоретик, синтетик һәм ғәмәли бүлектәре бар. Тикшереү объектына ҡарап айырым элементтар, элемент төркөмдәре химияһына (һелтеле металдар, һелтеле‑ер металдары, галогендар, халькогендар һ.б.), билдәле берләшмәләр кластары (сили‑ каттар, пероксидлы берләшмәләр химияһы һ.б.), тарихи барлыҡҡа килгән билдәләр б‑са бер төркөмгә берләшкән берләшмәләр (мәҫ., һирәк элементтар химияһы), үҙенсәлектәре һәм ҡулланылышы яҡын булған матдәләр (ауыр ирегән матдәләр, интерметаллидтар, ярым үткәргестәр, затлы металдар, органик булмаған полимерҙар һ.б.) химияһына бүләләр. Координацион берләшмәләр химияһы — О.б.х. үҙ аллы бүлеге. О.б.х. физик химия, аналитик химия, металорганик берләшмәләр химияһы, бионеорганик химия һ.б. м‑н бәйле. О.б.х. теоретик нигеҙҙәрен геохимияла, космохимияла, ҡаты есем һәм юғары энергия химияһында, радиохимияла, ядро химияһында, биохимия һәм агрохимияның ҡайһы бер бүлектәрендә ҡулланалар. О.б.х. ғәмәли өлөшө химик технология, металлургия, галургия, электроника, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, керамика, төҙөлөш, конструкцион, оптик һ.б. органик булмаған материалдар етештереү, энергия ҡулайламалары эше м‑н тәьмин итеү, сәнәғәт ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу, тәбиғәтте һаҡлау м‑н бәйле. Башҡортостанда О.б.х. үҫеше химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте үҫеше м‑н бәйле. Тәбиғи сеймал запастары (аш тоҙо, эзбизташ, көкөрт колчеданы, фосфорлы минералдар), энергия ресурстары булыуы “Минудобрения”, “Сода”, “Каустик” пр‑тиеларында органик булмаған берләшмәләр етештергән производстволар булдырыуға булышлыҡ итә. 1959 й. БДУ‑ла О.б.х. каф. асыла. М.Н.Нурғәлиева тарафынан катализаторҙар сифатында ҡулланылған органик булмаған берләшмәләрҙең үҙенсәлектәре өйрәнелә. 70‑се йй. Е.Ф.Журавлёв етәкс. ерҙә һирәк элементтарҙың тоҙҙарын алыу һәм таҙартыу ысулдары эшләнгән (М.К.Боева, Р.К.Ғәйфетдинова). 1990 й. алып В.Н.Майстренко етәкс. металдарҙың органик һәм органик булмаған лигандтар м‑н комплекслы берләшмәләренең үҙенсәлектәре, уларҙы синтезлау, затлы металдарҙы һәм микроэлектронлы техника өсөн юғары таҙартылған материалдар алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Органик булмаған берләшмәләрҙең экстракция процестарында реакцияға һәләтле булыуы, комплекс барлыҡҡа килтереү реакцияларының һыулы һәм һыуһыҙ эретмәләрҙә кинетикаһы һәм механизмы өйрәнелә. 2012 й. башлап И.А.Массалимов етәкс. органик булмаған берләшмәләрҙең юғары т‑ралы үткәргестәр, электрохимик сенсорҙар һ.б. синтезлауҙағы үҙенсәлектәрен тикшереүҙәр үткәрелә. Берләшмәләрҙең төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн инструменталь анализ ысулдары киң ҡулланыла. Органик химия ин‑тында Ю.Е.Никитин тарафынан радиоактив һәм ерҙә һирәк элементтарҙың, платина төркөмөнә ингән металдарҙың берләшмәләрен алыу ысулдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр башлана, Ю.И.Муринов тарафынан уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеү дауам ителә. Нефттең көкөртлө компоненттары нигеҙендә ерҙә һирәк элементтарҙы, платина металдарын, көмөш һәм алтынды айырып алыу һәм бүлеү өсөн экстрагенттар булдырылған. Биологик яҡтан актив комплекслы берләшмәләр синтезлана (медицинала, ауыл хужалығында һ.б. ҡулланыла). Ерҙә һирәк элементтарҙың полимер плёнкаларға ҡушҡанда ҡояш энергияһын үҙгәртеү һәләте булған комплекслы тоҙҙарын алыу ысулдары эшләнгән. Нефтехимия, нефть эшкәртеү һәм аҙ күләмле химия өсөн гетероген катализаторҙар булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр 50‑се йй. аҙ. НИИнефтехимда башлана, 90‑сы йй. башында Нефтехимия һәм катализ институтында дауам ителә. Туйындырылмаған спирттарҙы, май к‑таларын, ацетилен һәм карбониллы берләшмәләрҙе гидрирлау, алкилароматик углеводородтарҙы окисландырыу, ката‑ литик крекинг һ.б. процестар өсөн катализаторҙар эшләнгән. Катализаторҙарҙың төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен тикшереүҙә за‑ манса алымдар киң ҡулланыла (Б.И.Кутепов, Б.Ф.Морозов, P.M.Мәсәғүтов). Конструкция материалдары һәм композицион материалдар булдырыу өсөн ҡулланылған органик булмаған берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са эштәр Металдарҙыңүтә һығылмалылығы проблемалары институтында (О.Ә.Ҡайбышев), ӨДАТУ‑ла (Н.Ә.Әмирханова) һ.б. алып барыла. 90‑сы йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары, Перспективалы материалдар физикаһы ин‑ттарында һәм ӨДАТУ‑ла наноструктур материалдар алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: М у р и н о в Ю.И., М а й с т р е н к о В.Н., А ф з а л е т д и н о в а Н.Г. Экстракция металлов S,N‑органическими соединениями. М., 1993.

В.Н.Майстренко

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика