ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР, үҙ эсенә органик булмаған төп сылбырҙар алған полимерҙар. Тәбиғи (полифосфаттар, силикаттар, кремнезём, корунд, керамика, быяла, цемент, эзбиз; көкөрт, ҡыҙыл фосфор һәм углерод полимерҙары) һәм синтетик (кумулендар, карбин, полифосфонитрилхлорид), гомо‑ (электрофил һәм нуклеофил агенттар м‑н бәйләнешкә инәләр) һәм гетеротеҙмәле (гидролизға, деполимерлашыуға еңел дусар ителәләр), линиялы һәм киң тармаҡлы, баҫҡыслы һәм селтәрле полимерҙарҙы айыралар. Уларға термаль һәм окислаусы деструкцияға тотороҡлоҡ, ҙур модулле һығылмалылыҡ, аҙ эреүсәнлек һ.б. хас. Тәбиғи полимерҙар геотермаль синтез арҡаһында барлыҡҡа килә; ш. уҡ уларҙы минералдарҙы иретеп һәм деполимерлашты‑ рып линиялы, еңелсә тармаҡлы һәм сағыштырмаса хәрәкәтсән структуралар барлыҡҡа килтереп алалар, синтетик О.б.п. эреткестә йәки эретмәлә поликонденсация, ирекле радикал полимерлашыу реакциялары һ.б. ярҙамында алалар. Уларҙы конструкция һәм функциональ материалдар булараҡ төҙөлөштә, эҫелеккә бирешмәгән, майлау материалдары һ.б. булараҡ полимер һәм композицион материалдар, аҫыл таштар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереүҙә файҙаланалар. Башҡортостанда “Башҡорт сода компанияһы” ААЙ (ҡара: “Сода”) — аҡ ҡором, балсыҡ, шыйыҡ быяла, кремнезём, аҡбур, портландцемент, “Газпром нефтехим Салават” комб‑ты силикатташы, шыйыҡ быяла һәм көкөрт етештерә, О.б.п. нигеҙендә вакуум газойле крекингы катализаторы, газдарҙы, шыйыҡсаларҙы, майҙарҙы таҙартыу һәм уларҙың ҡатнашмаларын айырыу, ш. уҡ яғыулыҡты көкөрттән таҙартыу өсөн силикагель сығара, “Синтез‑Каучук” ААЙ (ҡара: “Каучук”) углеводородтарҙы дегидрирлау, ацетилен берләшмәләрен, майҙарҙы гидрирлау өсөн катализаторҙар етештерә. 20 б. 70—90‑сы йй. Химия ин‑тында О.б.п. синтезлау һәм ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла: поливинилхлоридты дегидрохлорлау һәм барлыҡҡа килгән поливинилендарҙы термолизлау (1100—1500°С) юлы м‑н графит алыу ысулы табыла, уның теплофизик үзенсәлектәре өйрәнелә (Ю.А.Лебедев, Г.В.Леплянин, В.Н. Сәлимгәрәева, А.Н.Чувыров); полимерҙар эшкәртеү, каучуктарҙы вулканизациялау өсөн, майҙарға присадкалар (А.Н.Комягин) һ.б. етештереүҙә ҡулланылған көкөрттөң углеводородлы полимерҙары м‑н ҡатнашмалары эшләнә; олефиндарҙы полимерлаштырғанда юғары каталитик активлығы булған ҡаты к‑талар барлыҡҡа килтергән алюминдың хлориды һәм алкилхлоридтары м‑н полифосфор к‑таһының модификацияһы үткәрелә (Ю.А.Сангалов, З.И. Хоҙайбирҙина) һәм күҙәнәктәренә пенталаст индереп корунд керамикаһын модификациялау үткәрелә (А.И. Ильясова, Сангалов). “БашНИПИстром”да “Автонормаль” пр‑тиеһы м‑н берлектә яндырылмаған керамик композиция материалдары, термик мейестәр һәм йылылыҡ агрегаттары өсөн блоклы футеровкалар (И.М.Вәлиев, К.А.Васин, Ө.Ш.Шәйәхмәтов, В.А.Щетинкин) булдырылған.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Яндекс.Метрика