ОРГАНИК АШЛАМАЛАР, составында башлыса үҫемлек йәки хайуан сығышлы органик берләшмәләр рәүешендә үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы булған химик макро- һәм микроэлементтар  сбар. О.а. йәшел ашламалар (ҡара: Сидерация), компостар, тиреҫ, тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге, һалам (ҡара: Ҡоро мал аҙыҡтары), торф һ.б. инә. О.а. тупраҡтың уңдырышлылығына комплекслы тәьҫир итә: серетмәнең һәм туҡлыҡлы элементтарҙың күләмен арттыра, һыу һәм һауа режимдарын яҡшырта, файҙалы микрофлораның йәшәү эшмәкәрлеген активлаштыра. О.а. ҡулланыу а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм продукция сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Уларҙың кәрәклеге а.х. культураларының планлаштырылған уңдырышлылығынан һәм серетмәнең ыңғай балансын тәьмин итеүҙән сығып билдәләнә. Тиреҫтең 2 төрө айырыла: түшәм һәм түшәмһеҙ. Тарҡалыу кимәленән сығып яңы, яртылаш серегән (ауырлығы 10–30%-ҡа кәмей; иң ҡиммәтле ашлама), серегән (яҡынса 50%-ы), серемтә (75%) түшәм тиреҫе бүленә. Пар баҫыуҙарында түшәм тиреҫе ужым культуралары аҫтына һәм туңға һөрөлгәндә аралыҡлы культуралар аҫтына 20–50-шәр т/га ҡулланыла. Түшәмһеҙ тиреҫ дозаһы 40 т/га алып (иген культуралары) 150 т/га тиклем (аралыҡлы культуралар) сәсеү әйләнеше, ротацияһына 1 тапҡыр индерелә. Тиреҫ һарҡындыһы 20–50 т/га дозала төп ашлама булараҡ, 5–6 т/га дозала ужым культураларына өҫтәмә ашлама өсөн ҡулланыла. Ҡош тиҙәге – концентрацияланған тиҙ тәьҫир итеүсе ашлама. Аралыҡлы һәм йәшелсә культуралары аҫтына төп һәм өҫтәмә ашлама итеп файҙаланыла, ҡулланыу дозаһы 3–10 т/га. Компостар – төрлө органик матдәләр (ағас онтағы, тиреҫ, ҡош тиреҫе һ.б.) ҡатышмаһының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә алынған ашламалар. Уларҙы барлыҡ а.х. культуралары өсөн ҡулланалар. Пар баҫыуҙарында, туңға һәм яҙғы һөрөү ваҡытында, үҫентеләрҙе, емеш культураларын ултыртҡанда соҡор эсенә һалына, ҡулланыу дозаһы 15–60 т/га. Башҡортостанда О.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында ҡулланыла. Респ. хужалыҡтарында 1990 й. 14 866,8 мең т (3,6 т/га) О.а., 1991–95 йй. (йылына урта‑ са) – 10 268 мең т (2,64 т/га), 1996–2000 йй. – 5310 мең т (1,47 т/га), 2001–05 йй. – 3434 мең т (1,22 т/га), 2009–12 йй. 337,6 мең т (1,3 т/га) О.а. индерелгән. О.а. ҡулланыуҙың эффективлығы 20 б. 50-се йй. алып Аграр университетта (В.М.Вәлиев, С.Ғ.Ғиззәтуллин, Н.А.Середа, Й.А.Усманов, И.Ҡ.Хәбиров һ.б.), Биология институтында (В.К.Ғирфанов, Ә.Х.Моҡатанов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Ф.А.Богданов, Б.П.Шиленко, И.П.Юхин, С.Ә.Әбдрәшитов һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: У с м а н о в Ю.А. Лекции по агрохимии. Ч.2. Разд. 1. Органические удобрения. Уфа, 1977.

В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика