“ОПТИМИСТ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Фёдоровка р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, йылҡысылыҡ фермаһы, тирмәне, складтары һ.б. бар. 2013 й. 4 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 1300 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 950 га. Уңдырышлылығы (ц/га): иген культуралары — 28, көнбағыш (орлоҡтары) — 16; етештерелгән (т): иген — 1300, көнбағыш — 90. Һыйыр малының һаны — 1145 (40 һыйыр), йылҡының — 25; йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 560 г; 26 т ит етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1989 й. “Пугачёв” с‑зынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә И.Ш. Аҡсуриндың крәҫтиән хужалығы булараҡ асыла, 1991 й. алып “О.” крәҫтиән (фермер) хужалығы, 2012 й. алып Аҡсурин индивидуаль пр‑тиеһы.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика