ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, матдәләрҙең сифат һәм һан составын билдәләгән алымдар йыйылмаһы. Асыҡлана торған матдәләрҙең эмиссия (эмиссион), йотоу (абсорбция), сағылдырыу, сәселеү һәм люминесценция спектрын ҡулланыуға нигеҙләнә. О.а.ы. тикшеренеү маҡсатына, анализланған матдәләрҙең үҙенсәлектәренә, тулҡындарҙың диапазонына һ.б. факторҙарға ҡарап атом‑абсорбцион, атом‑флуоресцент, фотометрик, люминесцент анализ, спектрофотометрия, лазер, молекуляр оптик, инфраҡыҙыл һәм УФ‑спектроскопия, комбинацион сәселеү спектроскопияһы, сағылдырыу төрҙәренә бүленә. О.а.ы. мөһимдәренең береһе — атом‑эмиссион (элементтар анализлау методы), газ фазаһындағы 150—800 нм оҙонлоғондағы тулҡындар өлкәһендә ирекле атом һәм иондар сығарыу спектрын өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Сифатлы атом‑эмиссион анализда пробалар спектрын тейешле атластарҙа һәм спектр линиялары табл. бирелгән элемент спектрҙары м‑н сағыштыралар, һан атом‑эмиссион анализда асыҡлана торған элементтарҙың концентрацияһын уның пробалағы миҡдарына бәйле булған аналитик сигнал дәүмәле б‑са билдәләйҙәр. Атом‑эмиссион анализ пробаны химик концентрациялау ысулын ҡулланып (химик‑спектраль анализ) беленеү сиген 10—100 тапҡыр кәметергә мөмкинселек бирә. Спектрофотометрия — оптик электромагнит нурланыш өлкәһендә йотоу спектрҙарын үлсәүгә (ультрафиолет, күҙгә күренгән һәм инфраҡыҙыл) нигеҙләнгән матдәләрҙе тикшереү һәм анализлау методы. Спектрофотометрияны ультрафиолет һ.б. күренгән спектрҙар өлкәһендә ҡулланыу хромофор (C≡C, C=C, C=O) һәм ауксохром (OCH3, OH, NH2 һ.б.) төркөмлө берләшмәләрҙең нурланышты йотоуына нигеҙләнгән. Нурланышты йотоу молекулаларҙың электронлы‑ҡуҙғытылған то‑ рошона күсеүе м‑н бәйле; күсемле металл иондары һәм уларҙың комплекслы берләшмәләренә d‑электрондары ҡатнашлығындағы күсеү, Ерҙә һирәк элементтар һәм актиноидтар өсөн — f‑электрондар ҡатнашлығындағы күсеү характерлы. Инфраҡыҙыл өлкәлә молекулаларҙың тирбәлеү һәм әйләнеү кимәленең күсеүе күҙәтелә. Молекулаларҙың йотоу һыҙаты интенсивлығы электрон йәки тирбәлеү күсеше ихтималлығы м‑н билдәләнә. Спектрофотометрияла беленеү сиге масса б‑са 10-5—10-7% етә. Лазер спектроскопияһы матдәләрҙе атом‑молекуляр кимәлендә юғары һиҙгерлек (10-10—10-12%‑тан яңғыҙ киҫәксә кимәленә тиклем), һайлаусанлыҡ, спектраль һәм ваҡытлы (10-14 с тиклем) хәл итеү кимәлендә өйрәнә. Лазер нурланышының юғары монохроматлығы (ҡара: Лазер) ҡатнашма эсендәге бер төрлө атом һәм молекулаларҙы һайлап ҡуҙғытыу мөмкинлеген бирә. Йүнәлтелгән лазер нурланышы импульсы ярҙамында флуоресценция һәм алыҫтағы сәселеү спектры тикшерелә, мәҫ., дистанцион лазер спектроскопия алымы м‑н юғары атмосфера торошон контролдә тотоу тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда нефттең органик берләшмәләренең инфраҡыҙыл һәм УФ‑спектрҙарының тәүге тикшеренеүҙәре 60‑сы йй. урталарында Химия ин‑тында Н.С.Любопытова тарафынан СФ‑4 спектрофотометрында башлана, Ф.Ғ.Валямова тарафынан дауам ителә. ӨДАТУ‑ла инфраҡыҙыл‑спектроскопия һәм комбинацион сәселеү спектроскопияһын тикшереү 60—70‑се йй. И.С.Перелыгин тарафынан башлана, А.С.Краузе дауам итә. Спектраль методтар көкөрторганик берләшмәләрҙең (Органик химия институты) анализын эшләү һәм структураһын билдәләү, нефть һәм нефть фракцияларында төрлө углеводородтарҙың миҡдарын билдәләү өсөн киң ҡулланылған (Нефтехимия эшкәртеү институты, НИИнефтехим). Атом‑абсорбция анализы алымдарын “Уфаводоканал” пр‑тиеһында, инфраҡыҙыл‑Фурье һәм УФ‑спектроскопия ысулдарын — Нефтехимия һәм катализ институтында С‑60 һәм С‑70 фуллерендарын идентификациялауҙа ҡулланалар. О.а.ы. уҡыу процесында (БДУ, ӨДНТУ, ӨДАТУ һ.б.), ғилми тикшеренеүҙәрҙә (Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑ты, Нефтехимия һәм катализ ин‑ты һ.б.), сәнәғәт пр‑тиеларында (“Газпром нефтехим Салават”, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфаоргсинтез” һ.б.) киң ҡулланыла.

C.В.Лотник, Л.М.Хәлилов

Тәрж. Н.Д.Исҡужина

Яндекс.Метрика