АНДРЕСОН Борис Арнольдович (3.1.1939, Краснодар крайы Тбилисский станицаһы — 3.5.2004, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1999). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1985). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) Ҡаҙағстанда Аралсор нефть разведкалау экспедицияһы инженеры булып эшләй, 1963 й. алып “Ярославнефтеразведка” тресының техник партияһы начальнигы. 1973 й. башлап Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, сектор мөдире һәм лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тәрән һәм үтә тәрән скважиналарҙы ҡаҙыу өсөн быраулау иретмәләре рецептураларын эшләүгә бәйле. А. етәкс. нефть ҡатламдарын беренсел һәм икенсел асыу ваҡытында ҡулланылыусы экологик яҡтан таҙа быраулау иретмәләре индерелә, БР һәм РФ нефть ятҡылыҡтарында индерелгән быраулау келәттәрен гидроизоляциялау технологияһы эшләнә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 78 уйлап табыу авторы.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018