ОЛЬКОВ Павел Леонтьевич (12.8. 1931, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Каменная Поляна а. — 3.7.2007, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте от‑ личнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, 1965—2006 йй. ӨДНТУ‑ла (1966—69 йй. һәм 1984—87 йй. — технология ф‑ты деканы) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре нефть дис‑ перслы системаларының физик‑химик үҙсәнлектәрен тикшереүгә, нефть майҙарын һәм парафиндарҙы етештереү процестарын камиллаштырыуға арналған. О. тарафынан гидравлик минераль майҙарҙы, З.И.Сөнәев, О.И.Рогачёва м‑н берлектә — тау байлыҡтарын сығарыу сәнәғәте пр‑тиелары өсөн нефть продукттарын (ниогрин, северин, универсин), ҡуйы булмаған судно яғыулығын алыу технологиялары табыла, улар Яңы Өфө НЭЗ‑ында производствоға индерелгән. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 70 уйлап табыу авторы. А.А. Скочинский ис. пр. лауреаты (1991). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1998).

Х е ҙ м.: Ниогрин — новый нефтепродукт против примерзания и смерзания. Уфа, 1977 (авторҙ.); Борьба с пылеобразованием на карьерных автодорогах нефтяным вяжущим. Уфа, 1996 (авторҙ.).

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика